Все новости
Общие статьи
20 Апреля 2018, 13:26

ҺӘЙКӘЛ БУЛЫП ҠАЙТЫРҘАР

Бөйөк Еңеүҙең 73-сө йылы яҡынлаша. Шуға бәйле Ермолаевоның Еңеү һәм Дан аллеяһында алты яҡташ Советтар Союзы Геройҙарыбыҙға, бер Дан орденының тулы кавалерына бюстар ҡуйыу быйыл да уңышлы дауам итә.

Бөйөк Еңеүҙең 73-сө йылы яҡынлаша. Шуға бәйле Ермолаевоның Еңеү һәм Дан аллеяһында алты яҡташ Советтар Союзы Геройҙарыбыҙға, бер Дан орденының тулы кавалерына бюстар ҡуйыу быйыл да уңышлы дауам итә.

Был эштәр өсөн яуаплы Көйөргәҙе районының социаль үҫеш яғынан ярҙам итеү хәйриә фонды директоры, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фәнир Саҙретдин улы Малбаев:

– 9 Майҙа ете ҡаһарманыбыҙҙың тағы икәүһенә: Сәлмән Биктимеров менән Хәсән Ғайсинға бюстар асыу тантанаһына әҙерләнәбеҙ, – ти. – Быға тиклем Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа, Анатолий Хохловҡа, Вениамин Недошивинға шундай бюстар ҡуйыуға ирешкәйнек.

420 мең һумға 5 комплект постаментты нигеҙҙәре менән алдан уҡ алып ҡуйҙыҡ. Ул йәһәттән күңелебеҙ тыныс. Геройҙарыбыҙға быға тиклем ҡуйылған бюстарҙы яҡташыбыҙ – монументаль скульптор Өлфәт Миңләхмәт улы Ҡобағошов ижад итте. Биктимеров менән Ғайсинға ла бюстарҙы ул эшләй. Өлфәт туғандың эшенән барыһы ла ҡәнәғәт. Үҙенсәлекле стиле, һәләте бар. Республикала һынлы сәнғәт өлкәһендәге киң билдәле скульптор ул. «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы алдында башҡорт халҡының милли батыры, абыҙы Кинйә Арыҫлановҡа ҡуйған һәйкәленә генә ҡараһағыҙ ҙа уның шундай талантлы шәхес икәненә ышанырһығыҙ.

Әле бюстар Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһына ҡойорға ебәрелде. Был эштәр артынан Өлфәт Миңләхмәт улы үҙе йөрөй, үҙе хәстәрләй. Ысын илһөйәр. Илһөйәр тигәндән шуны ла әйтеп китәйем әле: беҙҙең халыҡ ошо бюстарҙы эшләүгә хәйриә ярҙамы күрһәтеүҙән әлегә алыҫ тора. Хәсән Ғайсин менән Сәлмән Биктимеровҡа эшләнгән һәйкәлдәр 500-шәр мең һумға төштө. Был хәтлем сумманы йыйыуы беҙгә ныҡ ауырға тура килде. Шундай изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр һирәк. Харрас Сәлмән улы Биктимеров атаһына бюст эшләү өсөн хәйриә фондына 10 мең һум тапшырҙы. Рәхмәт уға. Анатолий Хохлов менән Вениамин Недошивиндың туғандары ла 100-әр мең һум индерҙе. Инде хәҙер тағы ике ҡаһарманыбыҙға: Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов менән Дан орденының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновҡа ла бюстар эшләтеп ҡуйып, был изге эшебеҙҙе тамамларға ниәтләйбеҙ. Ошо ҡаһармандарҙың туғандары, хәлле яҡташтары финанс яғынан ҡулдарынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә ынтылһа, бик тә рәхмәтле булыр инек.

Фәнир Саҙретдин улының изге теләктәре ҡабул булып, ысынлап та, быйылғы Еңеү көнөндә тағы ике батырыбыҙға тыуған яҡтарына һәйкәл булып ҡайтырға яҙһын.
Розалия. НАЗАРОВА фотоһы
Читайте нас: