Көйөргәҙе районының бар ФАП-тарынан да тиерлек, шулай уҡ Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка яҡтарынан фельдшерҙар ҡатнашты. Ауыр ғына һынауҙарҙы үткәс, «ауыл докторҙары» араһында еңеүселәр билдәләнде. Беҙҙекеләр иң шәптәре булып сыҡты: 1-се урынды Холодный Ключтан Венера Туҡтарова алды, 2-се урында – Кинйәбай ауылы фельдшеры Лилиә Ғәббәсова. Призерҙарыбыҙ хәҙер Өфөгә юлланасаҡ, унда 27 апрелдә беҙҙең аҡ халатлы матурҡайҙарҙы финал көтә.