Күмертауҙа йыл да 1 Май байрамына демонстрацияға сығыу йолаға әйләнде. Ҡаланың барлыҡ учреждение, предприятие, ойошмалары коллективтары был көндө флагтар, шарҙар тотоп иң төп майҙандан үтә. Быйылғы байрамға Почетлы ҡунаҡтар булып Ҡырғыҙстандың Ҡараҡол тигән ҡалаһынан делегаттар киләсәк. Был көндө Ҡараҡол менән Күмертау ҡалалары араһында үҙ-ара бәйләнеш булдырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Демонстрациянан һуң Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары һәм Күмертауҙың ижади коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты, бәләкәй генә Һабантуй, төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре һәм шулай уҡ урындағы етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлектәрен һатыу ойоштороласаҡ.
«1 Май байрамын беҙ тәбрик итәбеҙ, сафтарға теҙелеп, йырлашып үтәбеҙ», - тигән йыр, моғайын, СССР заманында йәшәгән һәр бер кешенең ҡолағында һаман да сыңлайҙыр. Ошо йырҙы йырлап, «Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!» тигән плакаттар, шарҙар, ҡулдан эшләнгән сәскәләр тотоп, байрам демонстрацияларына сығыу бик күптәрҙең хәтерендә, әлбиттә. Демонстрацияларҙан тыш, ауылдарҙа был көндәргә генә хас традициялар ҙа йәшәп килә. Әйҙәгеҙ, бөгөн шул элекке заман хәтирәләренә сәйәхәт ҡылайыҡ.
- Тыуған ауылым Үрге Бабаларҙа беҙ бәләкәй саҡта Шәкүр Мөхәмәтйәнов тигән бабай була торғайны. Ул ҡулына ҡыҙыл флаг тотоп, беҙҙең кеүек кескәй генә балаларҙы эйәртә лә, бергәләшеп ауылыбыҙ урамдарын урап уҙа торғайныҡ. Аҙағыраҡ уҡытыусыбыҙ Ноғман Ильясов менән дә шулай итеп үҙебеҙсә демонстрацияға сығып йөрөнөк. Беҙҙең ауылда Һөрмәтау тип аталған тау бар. Беҙ үҫкән саҡта ул шул тиклем бейек кеүек тойола ине. Хәҙер әллә тау сүккән, әллә беҙ үҫкәнбеҙ... 1 Май байрамдарында ҡыҙҙар менән күмәкләшеп шул Һөрмәтауға менеп, йыуа йыйып ашай инек. Шунан һөрмә тигән булып, бәләкәй генә күмергә оҡшап торған таштарҙы эҙләп табып, ҡаштарыбыҙҙы ҡап-ҡараға буяйбыҙ. Шулай итеп үҙебеҙсә һөрмә тартҡанбыҙ инде.
- Элек 1 Май байрамын көтөп ала торғайныҡ һәм уны бик тә күңелле итеп үткәрә инек. Яҡут ауылы халҡы иң тәүҙә күмәкләшеп йыйылышып, бер-береһенә ярҙам итешә-итешә, йорт тирәләрен йыйыштыралар. Аҙаҡ ауылдаштарым менән бергәләшеп, Иген тауын ҡыҙырырға менеп китәбеҙ. Унда яҙҙың тәүге сәскәләре — умырзаяларҙы күреп, һоҡланып ҡарайбыҙ. Йыуа ашайбыҙ. Йомортҡа, бутҡа бешереп һыйланып та ала инек. Пионер, комсомол саҡтарҙа демонстрацияларға ла сығып йөрөнөк. Ул саҡтарҙы хәҙер һағынып иҫкә алырға ғына ҡала. Ошо 1 Май байрамын әүәлгесә тергеҙергә ине ул. Демонстрацияларға сығыу был байрамдың бәҫен күтәрә, халыҡтарҙы берләштерә. Ул элек иң ҙур байрамдарҙың береһе булды бит. Халыҡ бергә йыйылып, күңел асып, аралашып, ҡыуанышып ҡайта бындай байрамдарҙан. Кешене дәртләндереү, киләсәккә ышандырыу бик ҙур нәмә бит ул. Шуны аңларға кәрәк.
Фәүзиә ХӨСӘЙЕНОВА, 87 йәш,
- Мин үҙем Таймаҫ ауылында тыуғанмын. Бөгөнгөләй хәтеремдә: бала саҡта ололарға эйәреп, флагтар күтәреп урам буйлап йөрөй торғайныҡ 1 Май байрамында. Таймаҫта тауҙар күп бит. Май байрамдарында бала-сағалар күмәкләшеп йыйылабыҙ ҙа шул тауҙарға барабыҙ. Бер-бер артлы теҙелеп-теҙелеп киткән тауҙар араһында май айында ла әҙерәк ҡар ятып ҡала ине. Беҙ сыр-сыу килешеп, яҙ көнөндә бер-беребеҙгә ҡар бәрешеп уйнайбыҙ. Ялсыҡай ауылына килен булып төшкәс инде, өс-дүрт ғаилә бергә йыйылып, йомортҡалар бешереп алып, май байрамдарын билдәләй торғайныҡ. Эй күңелле саҡтар булды! Хәҙер инде май байрамдарында балаларҙың ҡайтҡанын көтөп, хәтирәләргә бирелеп ултырырға ғына ҡала.