Все новости
Общие статьи
28 Апреля 2018, 11:53

ДӘРТЛӘНЕП ҠАЙТТЫЛАР

26 апрелдә Мәләүез ҡалаһында сыуаш халыҡ мәғрифәтсеһе Иван Яковлевич Яковлевтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған III төбәк-ара «Ата-бабалар мираҫы - 2018» ижади конкурсы үтте. Унда Керәүле-Илюшкин ауыл советы биләмәһендәге уҡыу йорттары, ауыл клубтары һәм китапханалары ла ҡатнашты.

«Башҡортостан Республикаһы сыуаш милли мәҙәни автономияһы» төбәк ижтимағи ойошмаһы ойошторған был сарала Павловка һәм Керәүле-Илюшкин мәктәптәре уҡытыусылары милләттәштәренә Сыуаш теле көнөнә арналған асыҡ дәрестәр күрһәтте. Беҙҙең ауылдар клубтары мөдирҙәре, китапханасылар, уҡыусылар һәм педагогтар сарала әүҙем ҡатнашып барлыҡ номинацияларҙа ла тиерлек призлы дипломдарға лайыҡ булды. Был яҡташтарыбыҙҙы ҡанатландырҙы, улар Мәләүездән ҡыуанып, дәртләнеп ҡайтты.

Светлана ИВАНОВА,

БР Сыуаш мәҙәниәте йәмәғәт

ойошмаһының Көйөргәҙе районы

бүлеге ойошмаһы рәйесе

Читайте нас: