Ошо көндәрҙә атайым, Яҡут ауылы уҙаманы Мөхәрәм Сабир улы Ялсыҡаевтың вафатына 25 йыл тула. 65 йәшендә мәрхүм булды ул.
Атайым пенсияға сыҡҡансы Киров исемендәге колхозда механизатор-комбайнсы булып эшләне. (Ул саҡтарҙа миллионер колхоз менән Әфтәх Ишмаев етәкселек итә ине.) Ҡара таңдан кискә тиклем яланда комбайнда эшләне ҡәҙерлебеҙ. Иртәнсәк иртүк китә, кис һуң ҡайта, беҙ торғансы йәнә эшкә китә торғайны. Атайымды беҙ ураҡ эштәре ваҡытында һирәк күрә инек. Ул йәштән үк, эшем, колхозым, тип янып-көйҙө. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды, республиканың Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәре менән бүләкләнде. Колхозда көҙөн эштәр бөткәс, Башҡортостандың ял йорттарында һаулығын нығытты.
Атайым менән әсәйем, 1954 йылда өйләнешеп, 6 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Йорт хужаһы сабыр холоҡло ине, балаларым, тип өҙөлөп торҙо. Һәр береһенә был донъяла үҙ урынын табырға, башлы-күҙле булырға әсәйем менән икәүләшеп ярҙам иттеләр. Бар балаларына ла күңел һалып матур тәрбиә бирҙеләр. Айырыуса хеҙмәт тәрбиәһенә ныҡлы иғтибар бүлде улар. Мырҙаларым атайым менән таң һарыһынан штурвалда ярҙамсы булып эшләп йөрөнө. 3 улы ла армия сафтарында матур хеҙмәт итеп ҡайтты, ғаиләбеҙгә командирҙарынан рәхмәт хаттары килеп торҙо. Балаларынан иң ҙурҙары мин инем. Өйөбөҙ бәләкәс ине, шунда атайым, әсәйем, өләсәйем, 6 бала татыу, матур итеп йәшәнек, үҫтек.
Мин 1973 йылда 11 класты бөтөп, колхозда эшкә ҡалдым. Хужалыҡта 6 ҡыҙ ал-ял белмәй биш йыл буйы тырышып эшләнек. Әхтәм туғаным да колхозда механизатор булып хеҙмәт итте. 1977 йылдар тирәһендә ҙур итеп өй һалып сыҡтыҡ.
Туғандарымдың да уҡырға теләктәре ҙур ине. Һәр ҡайһыһы дарманына, күңеленә ятышлы һөнәр һайланы. Халыҡ, атанан күргән уҡ юнған, тип юҡҡа ғына белмәй әйтмәгән. Тап бына Мөхәрәм Сабир улының шәхси хеҙмәт өлгөһө балаларының да яҙмышын ыңғай хәл итте. Мөхтәр мырҙамдың Яҡут ауылында депутат Рәжәп Юлбарисов абзый ярҙамы менән ҙур итеп ағастан Аллаһ йорто – мәсет һалып ултыртыуы шул хаҡта асыҡ һөйләй.
Ҡыҫҡаһы, туғандарым барыһы ла тырыштар. Һәр ҡайһыһы ғаиләле булып, гөрләтеп донъя көтәләр. Һәр ҡайһыһы ла балаларына юғары белем биреп, туйҙар яһап, башлы-күҙле итеп бөттөләр. Бәләкәс Маратыбыҙҙың ике ҡыҙы ла: Розалия, Айгүзәл институтҡа уҡырға керҙеләр.
Вафатына сирек быуат үтһә лә, атайыбыҙ бына шундай эшһөйәр, һәйбәт ғаилә башлығы булараҡ хәтер түребеҙҙә һаҡлана.