Все новости
Общие статьи
4 Мая 2018, 12:12

ФАТИРЛЫ БУЛДЫЛАР

Май байрамдары алдынан Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 9 етем бала «Акрополь» йәмғиәте тарафынан яңы төҙөлгән Комсомол урамындағы 12-се һанлы йорттан фатир алып шатланды.

Май байрамдары алдынан Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 9 етем бала «Акрополь» йәмғиәте тарафынан яңы төҙөлгән Комсомол урамындағы 12-се һанлы йорттан фатир алып шатланды. Өй туйлаусыларҙы ҡала башлығы Борис Беляев тәбрикләп: «Ҡала уртаһында күп ҡатлы йорттар төҙөлә икән, тимәк, ҡалабыҙ артабан үҫешә», - тине. Тантаналы сарала Советтар Союзы Геройы, РФ-ның атҡаҙанған хәрби летчигы, Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы, генерал-полковник Николай Антошкин ҡатнашты. Ҡунаҡтар яңы өйгә күсеүселәрҙең фатирҙарына ла кереп ҡарап сыҡты. Санкт-Петербургта юғары уҡыу йортон тамамларға йөрөүсе, яңы фатир хужаһы Наталья Кузнецова уҡып бөткәс тә, Күмертауға ҡайтырға йыйына.
Читайте нас: