30 апрелдә Бәләкәй Муса халҡы күмәкләшеп сығып, ауыл зыяратын кәртәләү өсөн бағаналар ултыртты. Был әле ҙур эшкә табан тәүге генә аҙым! Артабан зыяратты профнастил менән уратып алыу планлаштырыла. Матди ярҙам күрһәткәне өсөн Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисовҡа һәм татыу ауыл халҡына оло рәхмәт белдерәбеҙ. Хөрмәтле яҡташтар! Һәр ваҡыт шулай үҙебеҙҙең тирә-яғыбыҙҙа таҙалыҡ һәм матурлыҡ булдырырға тырышайыҡ!
Холодный Ключ халҡы ла, йәһәт кенә йыйынып, өмә яһап ташлаған. Улар стеллаларын таҙартҡан (тиҙҙән Бөйөк Еңеү байрамы), балалар уйнар майҙансыҡты тәртипкә килтергән. Ҡый-һай хәтәр күп, уны трактор менән сығарып түккәндәр. Собханғолова Нәҡиә, Рыҫҡоловтар, Герасимовтар, Мешковтар ғаиләләренә ҙур рәхмәт, ти силсәүит етәкселәре. Бының менән генә эш бөтмәне, оҙаҡламай Холодный Ключ кешеләре зыяратҡа сыға - унда ла эштәр етерлек.
Тимербайҙар хәтәр шәп халыҡ, аҙ ғына ер кипкәйне, былар мәктәп тирәһен йыйыштырып та ҡуйҙы. Ҡыш буйы сүп-сар, бысраҡ апаруҡ йыйылған. Матурлап, тәртипкә килтереп ҡуйырға кәрәк. Был үҙҙәре өсөн дә һәйбәт, килгән-киткән кеше лә: ай-буй, бынау тимербайҙар, ҡалай егәрле, бөхтә халыҡ, тип һоҡланыр.
Районда йәшәгән бар халыҡ мәңгелек хаҡында уйлана. Бына Шәбағыш ауылы халҡы уйлап ҡына ҡалмаған, ә күмәкләшеп зыяратты тәртипкә килтергән. Һәммәһе 70-тән артыҡ кеше ҡатнашҡан өмәлә. Был изге ғәмәлдән ситтә ҡалмаған бар халыҡҡа ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова ҙур рәхмәт белдерә.