Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2018, 11:52

УРАЛЫМДА ҮҪКӘН ИМӘН КЕҮЕК!

Илдар Ғиниәтулла улы Хәсәнов 1968 йылда Уңғар ауылында ишле ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә.

Уралымда үҫкән имән кеүек,

Баш эймәйсә заман еленә,

Биш балаға ғүмер бирҙең дә һин,

Тамыр йәйҙең тыуған ереңдә.

Тормош һиңә ҙур һынауҙар ҡуйҙы,

Намыҫ менән ҡурҡмай үтәйһең.

Атай нигеҙенә тоғро ҡалдың,

Хеҙмәт юлы – һинең үткәнең.

Ир бәхете илдә, тыуған ерҙә,

Ошо бәхет һинән китмәһен.

Ғүмер таңың бүләк иткән бәхет,

Ҡартлыҡта ла урап үтмәһен.

Илдар Ғиниәтулла улы Хәсәнов 1968 йылда Уңғар ауылында ишле ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Атаһы Ғиниәтулла Хөснөлхаҡ улы Хәсәнов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ғүмере буйы тыуған ауылында колхозда, тракторсы булып эшләй. Әсәһе Әминә Әбделғәлләм ҡыҙы – ғаилә усағын һүндермәй тотоусы, бала ҡараусы хужабикә. 1972 йылда унынсы балаға әсәй булғас, «Герой Әсә» алтын миҙалына лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә, 58 йәшендә генә, яҡты донъяларҙан китеп бара әсә кеше. Үҙ аллы тормош ҡорған балалары, бер-береһенә оло терәк булып, бәләкәй туғандарына оло тормош юлына сығырға ярҙам итә. Илдар Ғиниәт улына ла тормош еңел бирелмәй. Әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән, һалдат формаһын эш кейеменә алыштырырға тура килә уға. Яңынан йорт һалырға тип нигеҙ ҡорған атаһына ярҙам итешә. Шофер һөнәренә уҡып сығып, тыуған ауылында, колхозда, шофер булып эшләй башлай. Өйләнә. Кәләш итеп Ямаш ауылынан Рәзилә исемле ҡыҙҙы ала. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы балалары донъяға килә. Туҡһанынсы йылдарҙа башланған демократик үҙгәртеп ҡороуҙар уларҙың ауылын да, колхозды ла урап үтмәй. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигән кеүек, ҡыйынлыҡтарҙы ҙур түҙемлек менән еңеп, йорт һалып сығалар. Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тигәндәй, әсәләре мәрхүм булғас, күп тә үтмәй аталары тома һуҡырая. Ул ваҡытта уға бары алтмыш өс йәш кенә була. Нисек кенә булмаһын, Илдарҙың рухи ҡанаттары һынмай, улар тормош иптәше Рәзилә менән сәмләнеп донъя көтә. Мал-тыуарын ишәйтә, ҡош-ҡорт үҫтерәләр, балалар тәрбиәләйҙәр. Хәҙерге ваҡытта биш балаға әсәй булып, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған тормош иптәше Рәзилә менән, ауырлыҡтарға бирешмәй, гөрләтеп донъя көткән Хәсәновтар ғаиләһе, күптәргә, айырыуса йәш ғаиләләргә өлгө булып тора. Элгәре биш балабыҙ бар, тиһәләр, аптырамаҫтар ине. Биш бала һәр ғаиләлә булды, айырыуса ауыл ерендә. Заман башҡа, заң башҡа, тигән кеүек, хәҙерге ваҡытта биш бала ҡарап үҫтереүе үҙе батырлыҡ түгелме ни? Ҡырҡ йәшендә генә биш балаға атай булыу, үҙе ҙур ғорурлыҡ бит ул. Өлкән балалары үҙ аллы тормош ҡороп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, гөрләтеп донъя көтәләр. Төпсөк улдары Илназ өсөнсө синыфта уҡый. Үҙ ғүмерендә байтаҡ ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар күргән, әммә тормош шауҡымына бирешмәй, хәҙер инде ил ағаһы булған Илдар Ғиниәтулла улына быйыл илле йәш була. «Ауылда эш юҡ, донъя көтөүҙәре ауыр, тигән һүҙгә ышанмайым. Ауыл ерендә, борон-борондан донъя көтөүе еңелдән булманы. «Тырышҡан таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға», ти бит халыҡ әйтеме. Күңел һалып, тормошоңдан йәм табып, донъяға асыҡ, айыҡ күҙ менән ҡарап йәшәргә кәрәк», – ти ул.

Ауылда донъяның тотҡаһы булып борон-борондан мал торҙо. Ишле мал-тыуарлы, ишле ғаиләле булһа ла, донъяның ауырлыҡтарына бирешмәй Илдар туған. Уның кәртә тулы мал-тыуары, тракторы, йөк машинаһы бар, үҙенә күрә бәләкәй фермер хужалығы, тиһәң дә, хата булмаҫ. Дөрөҫ, малды ҡарарға кәрәк, шул саҡта ғына тормошоң алға бара, донъяң етеш, күңелең көр була. Ирҙе ир иткән – Ил һәм Ер, тип әйтеү дөрөҫ булыр ине, минеңсә. Матур донъя көтөүҙең бар ысынбарлығы шунда.

Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ
Күмертау ҡалаһы


Читайте нас: