Все новости
Общие статьи
4 Мая 2018, 12:36

ҠЫРҒЫҘҘАР МЕНӘН ДУҪЛАШТЫҠ

Тарихи ваҡиға менән башланды 1 Май байрамы Күмертауҙа. Был көндө иртәнге сәғәт унда Күмертау ҡалаһы һәм Ҡырғыҙстандың Ҡараҡул ҡалаһы араһында муниципаль-ара хеҙмәттәшлек булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Тарихи ваҡиға менән башланды 1 Май байрамы Күмертауҙа. Был көндө иртәнге сәғәт унда Күмертау ҡалаһы һәм Ҡырғыҙстандың Ҡараҡул ҡалаһы араһында муниципаль-ара хеҙмәттәшлек булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ҡараҡул ҡалаһы башлығы Данияр Арпачиев етәкләгән Ҡырғыҙстан Республикаһы делегацияһы ҡалаға бер көн алда килде. Уларҙы Күмертау сигендә үк ҡаршы алдылар. Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев менән бергә улар иң тәүҙә хеҙмәттәшлек итеү өсөн төрлө йүнәлешле проекттарҙы тикшерҙе. Ҡараҡул туристик үҙәк һанала, хатта, донъялағы иң яҡшы тау саңғыһы курорттарының бишәүһе исемлегенә инә. Ҡала башлыҡтары осрашыуында Ҡараҡул ҡалаһында йыл да сентябрь баштарында үткәрелгән традицион Күсмә халыҡтар уйынына саҡырыу ҡабул ителде. Шулай уҡ 2019 йылда үтәсәк Ҡараҡул ҡалаһының 150 йыллыҡ юбилейына ла саҡырҙылар ҡырғыҙ дуҫтар. Һөйләшкән саҡта Күмертау менән Ҡараҡул ҡалаларының социаль-иҡтисади яҡтан бик оҡшаш булыуы ла асыҡлана.

Артабан Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Күмертауҙа йыл да үткәрелә килгән 1 Май байрамы демонстрацияһында ҡатнашты. Шулай уҡ ҡалабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәте һәм көнкүреше менән дә танышырға, экологик акция сиктәрендә Дан аллеяһына ағастар ултыртырға, ҡала буйлап сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрҙө улар.

Демонстрация тигәндәй, 2013 йылдан алып үткәрелә килгән был сарала 15 меңгә яҡын кеше, йәғни бер нисә тиҫтә хеҙмәт коллективы ҡатнашты. Оло йәштәгеләрҙе 1 Май байрамы алыҫ үткәндәргә алып ҡайтып килһә, йәштәр өсөн был күңелле лә, иҫтәлекле лә байрам сараһына әүерелде. Демонстрация бар ҡала халҡын берҙәмләштерҙе.


Читайте нас: