Все новости
Общие статьи
8 Мая 2018, 11:37

АЛДАН УЙЛАУ КӘРӘК

Район биләмәһендә электр утынан һуғылып имгәнеү йәки үлеү бәләһе тағы ла ҡабатланды.

Район биләмәһендә электр утынан һуғылып имгәнеү йәки үлеү бәләһе тағы ла ҡабатланды.

Бынан алдараҡ Шәбағыш ауылынан ике егеттең көтөү көтөп йөрөгәндә, селфи яһау маҡсаты менән ун метрлыҡ электр бағанаһына менеп йығылып төшөүе хаҡында яҙғайныҡ. Йәш егет күпмелер балниста ятҡас, әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның аяҡҡа баҫа алмауыбилдәле булды. Аяныс хәл.

Май байрамдарында йәнә бер трагедия булды. 2 майҙа Ермолаевола йәшәүсе 33 йәшлек ир, төҫлө металл урлайым тип, ҡеүәте 6 мең вольтлы подстанция башына менә. Бындай ахмаҡ аҙымға барғанда был әҙәмдең нимә уйлағанын хәҙер берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай. Уның мәйетен Көйөргәҙе РЭС хеҙмәткәрҙәре осраҡлы ғына таба. Мәрхүмдең ҡулында ҡыпһыуыр булған була. Тикшеренеү органдары хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был кеше металл урларға йыйынғанда һәләк булған.

Хет мең селфи, хет мең тонна металл булһын, улар бер ғүмер хаҡы тормай бит, нимәлер эшләр алдынан саҡ ҡына айыҡ уйлау етешмәй…
Читайте нас: