Все новости
Общие статьи
8 Мая 2018, 12:17

АТАЙҘАР ДАНЫ

Ҡанлы, дәһшәтле, данлы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл тула.

Был изге һуғыш тураһында төрлө фекерҙәр, фараздар, иҫтәлектәр йөрөй, ә беҙ – ошо һуғыш юлдарын үткән, һуғыштың әсе михнәттәрен күргән, оло йөрәктәре аша кисергән ир-аттарҙың балалары. Был әсе һуғыш тураһында китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап түгел, ә атайҙарыбыҙҙың һөйләүҙәрен тыңлап беләбеҙ. Улар тештәрен ҡыҫып, күҙ йәштәрен түгә-түгә иҫкә алалар ине һуғыш михнәттәрен. Төштәрендә ошо аяныс һуғышты күреп ҡысҡырып-ҡысҡырып уяналар ине…

Минең атайым Рәшит Тимербай улы Ырыҫҡолов 1912 йылда Көйөргәҙе районы Үрге Мотал ауылында тыуа. 1930-сы йылдарҙа тәүге коллектив хужалыҡтар ойошторола башлағас, баҫыу ҡырҙарында тәүге тракторҙар күренә башлай. Атайым ошо “тимер” атты ауыҙлыҡлау тураһында хыяллана. Быға тиклем бер эштән дә ҡурҡмаған, ат өҫтөндә уҡтай елгән, тирә-яҡта оҫта һунарсы исемен яулап алған егетте тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Оҙаҡ та үтмәй атайым, хыялына тоғро ҡалып, ысын тракторсы булыуға ирешә. Ана шул йылдарҙан башлап ул игенсе булып китә, ер һөрә, икмәк үҫтерә, һуғыш башланғансы алдынғы тракторсы, комбайнсы була. «Мораптал» совхозының комбайнсылар бригадаһын етәкләй. Эштә күрһәткән һөҙөмтәләре өсөн район комитетының маҡтау ҡағыҙҙары, район Советына депутат итеп һайлана.

Бына ошолай матур ғына итеп донъя көтөп ятҡанда дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Илгә икмәк кәрәк тип, атайыма “бронь” биреп, һуғышҡа алмайҙар. Уның иҫләүенсә, һуғышҡа киткән иптәштәре өсөн икешәр, өсәр смена эшләргә тура килә уларға.

Атайым һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап 2-3 тапҡыр военкоматҡа барған, әммә үҙенең теләгенә 1942 йылда ғына ирешкән. Иң тәүҙә ул Алкино ҡасабаһында артиллерист һөнәрен үҙләштерә. Трактор, комбайн менән яҡындан таныш булған атайым “Һуғыш аллаһы” булған артиллерист һөнәрен дә тиҙ үҙләштерә. Оҫта һунарсы булғанлығына күрәлер инде, сәпкә оҫта төҙәп, иң мәргән артиллеристарҙың береһе булып китә.

Һуғышты ул Сталинград өсөн барған ҡаты бәрелеш көндәрендә башлай, ошонда беренсе “һуғыш сирҡанысы” ала. 7-се артиллерия бригадаһы составында фельдмаршал Паулюстың 300 меңдән ашыу һалдатын әсирлеккә алған легендар операцияла бик әүҙем ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн “За оборону Сталинграда” тигән хәрби миҙал менән бүләкләнә.

Артабан 7-се артиллерия бригадаһы Харьков ҡалаһын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, беренсе Украина фронты составында бик күп ҡала ауылдарҙан дошмандарҙы ҡыуып сығара һәм уны үҙенең өңөнә табан ҡыуалай. Днепр йылғаһын кискәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн атайым “III дәрәжә Дан орденына” лайыҡ була, Белоруссияны азат иткәндә лә бик күп батырлыҡтар күрһәтә. Артиллерияны “һуғыш аллаһы” тип әйткәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Атайыма үҙенең пушка расчеты менән быны күп тапҡырҙар раҫларға тура килә. Һуғыш майҙанында килеп сыҡҡан киҫкен ваҡыттарҙа бик ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисергә тура килгән “һуғыш аллаларына”. Әйткәндәй, атайым хәтерләүенсә, ул бер пушкаһы менән бөтә һуғышты үткән.

Күрһәткән батырлыҡтары өсөн атайым “Батырлыҡ өсөн”, “За взятие Кенигсберга”, “За победу над Германией” миҙалдары, “Ватан һуғышы” ордены менән билдәләнә, ә 1945 йылдың 4 майында Шеремберг ҡалаһы эргәһендәге 202,5 бейеклеген алғанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” орденына лайыҡ була.

Утлы ғәрәсәттең эсендә ҡайнаған яугир үҙ илебеҙҙе генә түгел, ә бөтә Европа дәүләттәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеп, дошманды үҙ өңөндә дөмөктөрөү өсөн барған ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша. Атайым бер-нисә тапҡыр И.В. Сталиндың Рәхмәт хаттарын ала. Һуғыш уның өсөн 1945 йылдың октябрендә генә тамамлана.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул ҡаҡшаған ауыл хужалығын күтәреүҙә күп көс һала, элеккесә тракторсы, комбайнсы, трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй. Һуғыш михнәттәре беҙҙең атайҙарҙы бик иртә алып китте арабыҙҙан. Атайым беҙҙе ташлап киткәндә уға ни-бары 59 йәш ине.

Яугирҙең ҡыҙы Тамара МАЛБАЕВА
Ермолаево ауылы


Читайте нас: