Мин, Юлиә Дәүләткилдинә (Байназарова) Юнир ҡыҙы, өләсәйем Гөлшат Байназарова менән фоторәсемдәр ҡарап ултырҙым.
Араларында ике ҡарт олатайҙың фотолары килеп сыҡты. Улар икеһе лә, һуғыш яландарын үтеп, тыуған ауылдары Яманһарыға еңеү менән ҡайтҡан.
Һуғыш ауырлыҡтарын күрмәһәм дә, белмәһәм дә, илебеҙ өсөн көрәшкән бабай, олатай, ҡарт олатайҙарҙың батырлыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ. Мин үҙем, педагог белемле булараҡ, был турала ентекләп, танышып, белеп, киләһе алдағы быуынға еткерергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Әле бына ошо фотоларҙа күренгән орден-миҙалдар, ҡәҙерлеләребеҙҙең иҫәпһеҙ батырлыҡтары тураһында һөйләй. Иҫән ҡайтып, үҙебеҙҙең туған колхоз-совхоз ҡырҙарында ауылыбыҙҙы тергеҙеү, күтәреү өсөн бар булған оҫталыҡтарын, көстәрен йәлләмәй эшләгән улар. Ҡарт олатайымдың, өләсәйемдең атаһы Ғәзиз Ғәбиҙулла улы Батыршин, һуғыштан бер күҙен юғалтып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, тракторҙа һалам йыйыу эшендә, һатыусы ла булып эшләй. Икенсеһе, Ярулла Ғатаулла улы Байназаров, һуғыштан һуңғы эшсе ҡулдар етешмәгән ваҡытта бик оҫта балта оҫтаһы була. Колхоз-совхозда малсылыҡты үҫтереү эштәре башланғас, бихисап һарай, келәттәр төҙөй. Ниндәй генә эш булһа ла, уны еренә еткереп башҡарырға тырыша, намыҫ менән эшләй. Ауылда яңы өйҙәр төҙөлә башлай, унда ла уның ҡулы теймәгән йорт булмай.
Гөлшат Байназарова өләсәйем миңә ошолар хаҡында ентекләп һөйләне. Шунан: «Өләсәй, әйҙә шул хәтирәләреңде гәзиткә ебәрәйек?», – тип рөхсәт һораным.