Все новости
Общие статьи
15 Мая 2018, 13:22

АУЫР ЗАМАНАЛАР БЕҘҘЕ ЙӘШӘРГӘ ӨЙРӘТТЕ…

1418 көн һәм төн барған Бөйөк Ватан һуғышы, кешелек тарихында булған һуғыштарҙың иң ауырҙарының, ҡатыларының береһе иҫәпләнә. Ошо дәһшәтле осорҙоң шаһиты булған айырым кешеләрҙең күргәне, белгәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар үтеү, быуындар алмашыныу менән, яйлап онотола бара. Улар хаҡында яҙған осраҡта ғына, шуларҙы уҡып хәтеребеҙ яңыра, тарихи аңыбыҙ уяна. Еңеү байрамының 73 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, Кинйә-Абыҙ ауылында йәшәүсе Саймә Сәхиулла ҡыҙы Рахманғолова ла үҙенең ғүмер байрамының 90-сы яҙын ҡаршылай.

1418 көн һәм төн барған Бөйөк Ватан һуғышы, кешелек тарихында булған һуғыштарҙың иң ауырҙарының, ҡатыларының береһе иҫәпләнә. Ошо дәһшәтле осорҙоң шаһиты булған айырым кешеләрҙең күргәне, белгәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар үтеү, быуындар алмашыныу менән, яйлап онотола бара. Улар хаҡында яҙған осраҡта ғына, шуларҙы уҡып хәтеребеҙ яңыра, тарихи аңыбыҙ уяна. Еңеү байрамының 73 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, Кинйә-Абыҙ ауылында йәшәүсе Саймә Сәхиулла ҡыҙы Рахманғолова ла үҙенең ғүмер байрамының 90-сы яҙын ҡаршылай.

Ул ошо уҡ ауылда ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып май айында донъяға килә. Һуғыш башланғанда уға ни бары ун өс йәш була.

«Әлегә колхозда эшләп тор, буйың да бәләкәй, йәшең еткәс, башҡа ергә эшкә ебәрербеҙ тинеләр, – тип хәтерләй Саймә инәй. – Ә ҙур апайҙарым – Фәриҙә менән Ғәлиә башта Күмертауҙа тимер юл һалдылар, һуңынан, Свердлауға урман киҫергә ебәрҙеләр.

1945 йылға тиклем көндө-төнгә ялғап, ас-яланғас үҙ тиңдәрем менән, игенен дә утаныҡ, урағын да урҙыҡ, бесәнен дә саптыҡ. 1943 йылдың май айында унлаған ҡыҙ менән мине лә Свердлауға эшкә оҙаттылар. Унда Яҡшымбәттән, Моталдан ҡыҙҙар бар ине, исемдәрен онотҡанмын. Моталдан Минисаны хәтерләйем, Динистәнме, Юлдаштанмы, әллә Хафиза, әллә Кәфиә исемле ҡыҙҙы хәтерләйем.

Барып еткәс, беҙгә торф сығарыу участкаларын күрһәтеп, бригадаларға бүлделәр. Беҙҙең өсөнсө участкала бригадир Холмогорҙан Мария Кудинова ине. Бик яҡшы ҡатын булды.

Ул Свердлауҙа күргән нужаларҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Эш бик ауыр булды, бигерәк тә көҙ-ҡыш көндәре. Хәл юҡ, өҫтә йүнле кейем дә юҡ. Тубыҡтан, һыуыҡ һыуҙа тороп, торфты улаҡҡа тейәйбеҙ. Уны трактор, канау ситенән йөрөп, ҡырҡып сыға. Шул торф кирбестәрҙе алып, киптерергә тимер рәшәткәләргә теҙәбеҙ. Әгәр етеҙ генә ҡарап эшләмәһәң, бик хәүефле. Бер ҡыҙ, канау аша һикереп сығам тип, батып үлде, ҡотҡара алманылар. Бик ҡыҙғаныс булды, иланыҡ. Хәл юҡ бит инде 700 грамм икмәк, кәбеҫтә һыуы менән көс буламы һуң. Көс етмәй тип торманыҡ, маҡтап ебәрһәләр, икеләтә сәмләнеп эшкә йәбешәбеҙ. Түҙҙек инде, эшләнек, ни хәл итәһең, норманы үтәргә кәрәк. Үтәмәһәң – ас ҡалаһың, икмәк пайын ҡырҡалар. Тороуыбыҙ бер поселокта булды. Барактарҙа йәшәнек. Эштән һуң саҡ аяҡты өҫтөрәп, ҡайтып тәгәрәйбеҙ.

Һуғыш бөткән, тигән хәбәрҙе ишеткәс, хәҙер ҡайтарырҙар инде, тип ҡыуанған инек, булманы. 9 май көнө, Еңеү хөрмәтенә, сталауайҙа яҡшы ғына итеп аш әҙерләгәндәр. Әбет ашағандан һуң собрание булды. Илгә торф бик күп кәрәк, кемдең биш йылы тулмаған, эшләйһегеҙ әле, – тинеләр. Шулай итеп, тағын өс йыл – 1948 йылға тиклем эшләнек. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул тиклем бик ауыр булманы. Ашау ҙа яҡшыраҡ булды, кейем дә бирҙеләр.

Ҡайтҡанда аҡса, тауарҙар биреп, станцияға тиклем алып барып, поезға ултыртып, начальниктар рәхмәттәр әйтеп, оҙатып ҡалдылар.

Беҙҙең быуын кешеләре иңенә төшкән ауыр заманалар беҙҙе сыныҡтырҙы, йәшәргә өйрәтте. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, донъяның көндәлек мәшәҡәттәре менән, бар булһын, мул булһын тип, тырышып эшләп, йылдарҙың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әммә ләкин үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки ҡыҙым Розалияның хөрмәтен, хәстәрен күреп ултырам, уға рәхмәт. Ике ейәнсәремдең юғары белем алып, ғаилә ҡороп, яҡшы ғына йәшәп, эшләп йөрөүҙәренә шатланам. Бүләмде ҡулыма алып, тупылдатып һөйөү бәхетенә ирештем, ҡыуанам. Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргәс, 90 йәшкә лә еттем.

Халыҡ туйып һикерә, әпәкәй ҡәҙерен онота. Аслыҡ тикмәгә килмәй ул, тип көйөнәм. Бөгөн муллыҡты күктән төшкән бәхет тип һанаған бәндәләрҙең тәртипһеҙлеген ауыр кисерәм», – тип, ошоларҙы һөйләне Саймә инәй, 90 йәшенә аяҡ баҫҡанда.

– Бирешмәй әле инәйебеҙ, – тип уйлап ҡуям. Ғүмере буйы эшләп йәшәгәнгә күрә, тик кенә ултыра белмәй ул. Әле лә мамыҡтан шәлен дә, бейәләй-бирсәткәләрен дә бәйләй.

– Беҙ йәшәгән тиклем йәшәнек инде, һеҙгә һуғыш ғәрәсәттәрен күрергә яҙмаһын, үткән тарихты онотмағыҙ. Тормош һеҙгә ҡала, йәштәр. Тырышып эшләгеҙ, эшләгән кешегә Аллаһы Тәғәлә бирә ул. Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, – тип өҫтәп ҡуйҙы ла ҡулына бәйләмен алды.

Нисек кенә тырышма, һуғыштың әсе һынауҙарын тулыһынса күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел. Саймә инәй кеүек уның ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән һуғыш ветерандарының, тыл хеҙмәтсәндәренең хәтерендә һаҡлана тарих.

Мәҙинә НИҒМӘТУЛЛИНА
Кинйә-Абыҙ ауылы
Фото ғаилә архивынан


Читайте нас: