Бер ҡатын килде редакцияға. Йәнен әрнеткән бер нәмә – ауылда көмөшкәме, ялған араҡымы һатыу. Оло юл ситендә ултырған район ауылында бер кеше һата, ти. Араҡыны («зәмзәм»де) ҡаланан уға улы алып ҡайта икән. Ауыл кешеләренең, бигерәк тә, ҡатындарҙың (ирҙәр Себерҙә) эскеләре килгәндә шул кешегә барып ала. Ә йыш ҡына эскеләре килә. Ирҙәр китә эшкә, былары һыйырҙарын да һаумай араҡы шауҡымына бирелеп ята – хөрриәт. Шул кешене «Юшатыр»ға яҙып, берәй төрлө оялтып булмаймы, ти редакция ҡунағы. Беҙ ҡулдарҙы йәйҙек: закон буйынса уны тап һатҡан мәлендә тоторға кәрәк, Фәлән Төгәнович Фәсмәтәнов араҡы һатып ята, тип яҙһаҡ, беҙҙең үҙебеҙҙе ултыртып ҡуйыуҙары бар. Тимәк, участковый быны белмәй йә, белһә лә, күҙ йома, тотам тиһә, араҡы менән кәсеп иткәнде тиҙ тотоп булалыр. Йә кеше менән ара боҙаһы килмәйҙер, участковыйға ла ошо ерҙә йәшәргә кәрәк бит.
Ишаралап ҡына яҙабыҙ: был һатҡан кешенең туғандары полицияла ла, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә эшләйҙәр. Изге айҙа изге ниәт менән өндәшәбеҙ: туҡтат араҡы һатыуыңды, кеше ағыулауыңды! Туҡтаһаң, бәлки, һыйырҙар ҙа һауылыр, балалар ҙа ҡараулы булыр ине.
Вәт әй... Ҡот осҡос фажиғә был...
Ундайҙар һәр ауылда бар, бишәр, алтышар нөктә йәшертен эшләй, көнө-төнө һаталар. Рәнйештән дә, ҡарғыштан да ҡурҡмайҙар, аҡса килһә, булды уларға, ғәләмәт «шәп» бизнес бит, палтарушкаһы 100 һум тора городта, ә ауылда шешәһе – 100 һум. Бер палтарушканан – 200 һум выручка, насармы ни, етмәһә, 10 палтарушка алһалар, береһе – бүләккә. Еңел бизнес бит, беҙҙең 30 өйлөк ауылда биш нөктәлә һаталар. Уйлап ҡараһаң, ҡурҡыныс… Тик ауылыбыҙҙа эскән ҡатын-ҡыҙ юҡ.
Беҙҙең ауылда ла эскән бисәләр бар ине, үлеп бөттөләр. Бөгөн, шөкөр, эскән ҡатын-ҡыҙ юҡ.
Был хәл һәр ауылда бар. Һис бер нәмәнән ҡурҡмайҙар. Хоҙай бар барыбер. Елдән килгән елгә китә ул.
Уларға ҡасан да булһа бер кеше рәнйеше, ҡарғышы төшөр әле. Әллә гел генә эсемлек hатып, балда, майҙа ғына йөҙөп йәшәрбеҙ тиҙәрме икән?
Кеше ваҡытында тәүбәһенә килмәһә, ул харам һатҡан кешеләрҙең донъяларын ҡасан да булһа бер Аллаhы Тәғәлә барыбер селпәрәмә килтерер тигән өмөттә йәшәйем. Беҙҙең ауылда ла бар ундай әҙәмдәр: һатыуын һаталар, ә бит үҙҙәренең балалары ла эсә. Шул арҡала берәүһенең балаһы машина аҫтында ҡалып, саҡ үлемдән ҡотолдо. Юҡ, барыбер һаталар. Ул – Аллаһы Тәғәләнең һынауҙары. Ата-әсәнең гонаһтары балаларына төшә, тип ҡурҡмайҙармы икән ни? Тәүбәгеҙгә килһәгеҙ икән, иптәштәр, һатмаһағыҙ икән шул харам нәмәне.
Был теманы сходтарҙа нисәмә йылдар күтәрәләр, гәзиттә лә беренсегә түгел, шул араҡы арҡаһында нисәмә кеше китте был яҡты донъянан. Барыбер туҡтамайҙар, ҡурҡмайҙар. «Юшатыр»! Бер яҙғайнығыҙ бит әле, әбейгә шундай шөғөлө өсөн 40 мең һум штраф һалғандар, тип. Шуны нисек эшләнеләр икән? Аңлатып яҙығыҙ әле. Ә бында тотһалар, 2000 һум штраф менән үтеп китәләр. Ул ғына сумманы шул араҡы һатып түләйҙәр ҙә и давай дальше.
Гөлфирә, кеше рәнйеше һәм ҡарғышы төшкәнсе күпме кеше ҡан илай. Донъяларын гөл итеп, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыусылар ҙа бар. Оялмайҙар ҙа, кеше белмәй, тип уйлайҙар.