Все новости
Общие статьи
18 Мая 2018, 12:09

ҠЫУАНЫСЛЫ ЛА, ҠАЙҒЫЛЫ ЛА МАЙ КӨНДӘРЕ…

Быйыл Еңеү көнө бүләк итеп бирелгәндәй сыуаҡ, йылы булды. Яугир ата-бабаларының фотоларын күтәреп «Үлемһеҙ полк» сафтарына баҫҡан кешеләр ҙә был көндө ҡала урамдары буйлап киң йылғалай ағылды.

Сәғитовтар ғаиләһенең имен һәм бергә сағы. 1965 йыл.
Сәғитовтар ғаиләһенең имен һәм бергә сағы. 1965 йыл.
Быйыл Еңеү көнө бүләк итеп бирелгәндәй сыуаҡ, йылы булды. Яугир ата-бабаларының фотоларын күтәреп «Үлемһеҙ полк» сафтарына баҫҡан кешеләр ҙә был көндө ҡала урамдары буйлап киң йылғалай ағылды.

73 йыл элек көтөп алынған был Еңеү халҡыбыҙҙың күҙ йәштәренә мансылған кеүек, май айы беҙҙең ғаилә өсөн инде оҙаҡ йылдар ауыр юғалтыу көндәре булып тора: нәҡ 9 май төнөндә 33 йыл элек офицер мырҙам – 34 йәшлек капитан Раян Даян улы Сәғитов фажиғәле һәләк булды. Ә 20 йыл элек, 1998 йылдың 17 майында, атайым Сәғитов Даян Ғәҙелша улы яҡты донъя менән бәхилләште. Ул 17 йәшендә 10-сы класта уҡып йөрөгәнендә, 1944 йылдың 10 октябрендә һуңғы һуғыш призывы буйынса әрмегә алынып, яраланыуы буйынса 1945 йылдың 20 сентябрендә инвалидлыҡ бирелеп хәрби сафтан сығарыла. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Һуғыштан һуң ауыл Советы сәркәтибе булып эшләне. Тәүҙә ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамланы, һуңынан институтта уҡып ғалим-агроном дипломына эйә булды. 1959 йылда ауыл хужалығында яулаған уңыштары өсөн Мәскәүгә ВДНХ күргәҙмәһенә ебәрҙеләр. Ғүмере буйы йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашты, алыштырғыһыҙ ревизия комиссияһы рәйесе булды. Хәҙерге ваҡытта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелгән колхоз музейына ул нигеҙ һалды...

Әсәйем Зәйтүнә Сибәғәт ҡыҙы Сәғитова менән 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәренә дүрт ай ғына тулмай ҡалды. Улар 1948 йылдың 8 октябрендә өйләнешкән. «Беренсе кластан бергә уҡыныҡ, тәүге көндән күҙем төштө уға. Аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, ялтырап торған бойҙай һаламы кеүек һап-һары сәсле был матур ҡыҙ миңә ҡарамаҫ шул, өҫтәүенә үҙе бик яҡшы уҡый, тип уйлай инем. Бер көндө ятларға ҡушылған шиғырҙы беренселәрҙән булып «шартлатып» һөйләнем. Миңә лә «бишле» ҡуйып, хатта бер киҫәк кер һабыны менән бүләкләнеләр – ул ваҡытта бик ҡиммәтле нәмә. Шул көндән үҙ көсөмә ышанып, булдыра алам икән бит мин дә, тип «хорошист» булдым да киттем. Инде алтын туй тигәндәрен дә күрһәм, үлһәм дә, үкенмәҫ инем», – ти торғайны атайым. Насип булманы. Әсәйем атайымдан һуң биш йыл ҡалып донъя ҡуйҙы – мартта уның вафатына 15 йыл тулды.

Улар ғүмер биргән алты баланың өсәүһе юғары белемле, шуларҙың икәүһе тәүҙә атайым кеүек техникум тамамлап, ҡыҙыл дипломға эйә булыу сәбәпле, бер генә имтихан биреп юғары уҡыу йортона инделәр. Ҡалған өсөһө – махсус урта белемле белгес. Танкист, табип, иҡтисадсы, фельдшер-акушер, товаровед, төпсөк улы умартасы-зоотехник, һуңынан тракторсы булып илебеҙгә хеҙмәт иттек. Атайым менән әсәйемдең ике балаһы үҙҙәре кеүек баҡыйлыҡҡа күсте, ҡалғаныбыҙ хәҙер хаҡлы ялда, бер врач балаһы ғына, пенсияла булһа ла, эшен дауам итә – ейәндәренә ярҙам итә алыуына һөйөнә. Атай-әсәйебеҙ матур донъя көттө, урындары йәннәттә булһын, тыныс ятһындар: уларҙың ун ейән-ейәнсәре, ун дүрт бүлә-бүләсәре һәм быйыл апрель аҙағында донъяға килгән (әсәйемдең тыуған көнөнә – 1 көн, атайымдың тыуған көнө - 1 майға бер аҙна ғына ҡалғанда тыуҙы) Әмирхан исемле тыуаһы уларҙан ҡалған аманатҡа тоғро булыр, йөҙҙәренә ҡара яҡмаҫ, тип ышанам.

Оло ҡыҙҙары Эльфрида ТАЛИПОВА
Фото ғаилә архивынан


Читайте нас: