Все новости
Общие статьи
22 Мая 2018, 12:18

ҺӘР КЕМ ҮҘ БУРЫСЫН ТЕҮӘЛ ҮТӘҺӘ...

Ошо көндәрҙә БР Контроль-иҫәп палатаһының Күмертау идаралығы начальнигы, күп йылдар Көйөргәҙе районының финанс идаралығын етәкләгән, район һәм ҡала халҡына бик таныш булған Әлфиә Зыкова үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ Әлфиә Әҡсән ҡыҙы менән осрашып, әңгәмәләштек.

Ошо көндәрҙә БР Контроль-иҫәп палатаһының Күмертау идаралығы начальнигы, күп йылдар Көйөргәҙе районының финанс идаралығын етәкләгән, район һәм ҡала халҡына бик таныш булған Әлфиә Зыкова үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ Әлфиә Әҡсән ҡыҙы менән осрашып, әңгәмәләштек.

- Үҙегеҙҙең бик тығыҙ эш графигына ҡарамай, ял көнөндә беҙҙең менән әңгәмәләшергә теләк белдергәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ иң тәүҙә. Һеҙ яңы вазифағыҙҙа ярты йыл эшләргә өлгөрҙөгөҙ. Был эште тәҡдим иткәндә, ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо булғандыр?

- Әлбиттә, ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо булды. Бында мине бер район менән эшләү генә түгел, ә тотош республика кимәлендәге эш көтә ине. Шулай уҡ ҡала халҡының менталитеты ла икенсе бит инде.

- Шундай ҙур вазифаға үҙебеҙҙең кеше тәҡдим ителеүенә беҙ ҙә ҡыуандыҡ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, контроль-иҫәп палатаһының Петр I заманында уҡ төҙөлгәнен беләбеҙ. Ваҡыт үтеү менән исеме лә үҙгәрә бара. Ҡасандыр халыҡ контроле тип тә аталды ул. Һеҙҙең төп функция нимәлә?

- Беҙҙең функциялар бик күп. Иң төп эшебеҙ - бюджет аҡсаларын һәм мөлкәт мәсьәләләрен контролдә тотоу. Шулай уҡ беҙҙә банк сфераһы эшен контролдә тотоу хоҡуғы ла бар.

- Беҙҙең илдә контролдә тотоу органдары бигерәк күп. Иҫәпләп ҡараһаң, улар 100-ҙән ашып китә. Эске эштәр министрлығы, контроль-иҫәп палатаһы, прокуратура, тикшереү комитеттары һәм башҡалар ошо эште башҡара. Әммә шуға ҡарамаҫтан, рәсми статистика күрһәтеүенсә, хоҡуҡ боҙоусылар бик күп һәм уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Бер генә миҫал килтерәм, һеҙҙең элекке начальник Татьяна Голикова әйтеүенсә, госзакупкала ғына бик күп урлашыуҙар күҙәтелә. Ә ул госзакупка нәҡ шул урлашыуҙар булмаһын өсөн эшләнгән нәмә лә һуң. Яҡшыға өмөт итеп, һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты булдымы был?

- Эйе, шулайыраҡ килеп сыға шул.

- Һеҙ коррупцияға ҡаршы көрәш тә алып бараһығыҙ, дөрөҫмө?

- Эйе, иң тәү сиратта коррупцияға ҡаршы көрәшәбеҙ.

- Тағы ла Голикова әйтеүенсә, уртаса ришүәт хаҡы 2016 йылда 328 мең тәшкил иткән. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 75%-ҡа артҡан. Нимә әйткем килә: контролдә тотоу органдары күп, әммә коррупция һаман да үҫешә килеп сыға. Быны нимә менән аңлатырға? Әллә беҙ уларҙы күберәк асыҡлай башланыҡмы?

- Эйе, был контроль органдарының коррупция менән шөғөлләнеүселәрҙе күберәк асыҡлай башлауы менән аңлатыла. Элек коррупцияға ул хәтлем иғтибар бирелмәне. Һуңғы ваҡытта был күренеш дәүләт контроленә ныҡлап алынды. Быға бәйле бик күп сигналдар булды һәм шуға күрә хөкүмәт был йүнәлешкә иғтибарҙы көсәйтте. Беренсенән, контроль органдарының был йүнәлештә ныҡлы эшләүе булһа, икенсенән, хаҡтар арта барған һайын, ришүәт хаҡы ла арта бара, тип ҡарарға кәрәк.

- Бер эш хаҡына ғына ҡарап йәшәгән кешенең 328 мең ришүәт бирергә хәленән килмәй бит?

- Шулай шул. Эш хаҡына ғына көн күргән кеше ундай аҡса бирә алмай, әлбиттә.

- Тағы ла шул Голикова әйтеүенсә, хәйерселәр һаны ла арта бара. Улар 20 млн-дан ашып китте. Кем бай, кем ярлы икәнен күреү ҙә һеҙҙең ҡарамаҡтамы?

- Беҙ иң тәүҙә бюджетты, мөлкәтте контролдә тотабыҙ, коррупцияға ҡаршы көрәш алып барабыҙ. Шулай уҡ беҙгә килгән төрлө ялыуҙар менән дә эшләйбеҙ, төрлө пландан тыш тикшереүҙәр үткәрергә лә тура килә.

- Күбеһенсә нимәгә зарланалар?

- Бына, мәҫәлән, бер районда тын алырға мөмкин түгел, насар еҫ, тип зарландылар. Тикшереү үткәрҙек. Канализация үткәргән саҡта технологияны боҙғандар һәм аҡсаны файҙалы ҡулланмағандар булып сыҡты. Ғөмүмән әйткәндә, халыҡ тарифтарҙан алып шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә, ер бүлеү, мөлкәт, ер, рәсмиләштереү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итә.

- Беҙҙә чиновниктар үҙҙәренең килемдәре хаҡында декларация биреп тора. Мәҫәлән, бер чиновниктың эш хаҡы 2 млн һум, ти. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул 4 млн һумлыҡ машина алған, 10 млн һумға йорт һалған, ти. Уның ҡайҙан шул хәтлем аҡсаһы? Нишләп беҙҙә килем менән сығымды күҙәтеп барыу өсөн закон юҡ? Закон булмағас, һеҙ ҙә бындай күренештәргә иғтибар итә алмайһығыҙ килеп сығамы?

- Юҡ, бындай күренештәргә иң тәүҙә прокуратура иғтибар итә. Беҙ улар менән берлектә эшләйбеҙ. Бөтә булған финанс тикшереүҙәрҙе беҙ үткәрәбеҙ.

-Берәүҙең ҡайҙалыр бик ҡыйбат йорт һатып алғаны тураһында яҙҙылар. Быны тикшергән кешеләр, ул кешенең килеме менән был йортто һатып алыр өсөн уға 120 йыл йәшәргә кәрәк икәнен иҫәпләп сығарҙылар.

- Беҙ дәүләт, муниципаль хеҙмәткәрҙәренең генә килемен сағыштыра, тикшерә алабыҙ.

- Һеҙҙең эшмәкәрлектең бик ауыр булыуын аңлайбыҙ. Быны өҫтәлегеҙҙә тауҙай өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар ҙа дәлилләй.

- Эйе, беҙҙең эш графигы бик тығыҙ. Кисә төндә генә Өфөнән тикшереү эшенән ҡайттыҡ. Ауырыраҡ, әлбиттә. Әммә беҙ ҡатын-ҡыҙҙар бар ауырлыҡты ла еңеп сығырға өйрәнгәнбеҙ, бирешмәйбеҙ. Эшемде яратам.

- Һеҙ Өфө, Санкт-Петербург кешеһе түгел, ә Айсыуаҡта тыуып-үҫкән, һаман да шунда йәшәгән ябай ауыл кешеһе. Шуға күрә һеҙгә ябай халыҡтың хәле бик яҡшы таныш. Һеҙҙең ҡарашҡа ярлы кешеләр әҙерәк булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Мин был турала һәр ваҡыт әйтә киләм. Һәр бер кеше үҙенең урынында үҙенең эшен намыҫлы, дөрөҫ итеп башҡарырға тейеш. Үҙ эштәрен бар күңелдәрен һалып башҡарһындар ине. Урам һепереүсенән башлап, уҡытыусы, табип, финанс хеҙмәткәре, ауыл хужалығында эшләүселәрҙең һәр береһе үҙ бурыстарын теүәл үтәһә, барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк. Шул ваҡытта ярлылар һаны ла кәмейәсәк.

- Пенсия йәшен оҙайтыу тураһында Кудрин да күп һөйләне, хәҙер Медведев та шул турала һөйләй. Пенсия йәшен оҙайтмаһаҡ, беҙ бөләсәкбеҙ, тиҙәр улар. Һеҙ финансист булараҡ был турала нимә әйтерһегеҙ?

- Эшләп йөрөгән кешеләрҙән күскән аҡса пенсия түләү өсөн китә. Был осраҡта ике юл бар: пенсия йәшен оҙайтыу йәки һалымды арттырыу. Мин күберәк һалымды прогрессив арттырыу яҡлымын. Башҡа күп илдәрҙәге һымаҡ килемдәре күп булғандарҙың һалымдары ла күберәк булырға тейеш. Шул ваҡытта пенсия йәше лә шул көйөнсә ҡалыр ине.

- Күбеһенсә 58-59 йәштәрҙәге ирҙәр пенсия йәшенә лә етә алмай донъя менән хушлаша.

- Шулай булыуға ҡарамаҫтан, пенсионерҙар һаны арта бара. Оло быуын вәкилдәре беҙгә ҡарағанда ла ныҡтар әле. Шулай ҙа хәҙерге 50 йәшлек кешеләр элеккеләргә ҡарағанда күпкә йәшерәк күренәләр. Хөкүмәттә ултырған кешеләрҙең барыһы ла йәш күренәләр, улар бик яҡшы һаҡланғандар һәм шуға ла барыһын да үҙҙәре менән сағыштыралар. Үҙҙәренән сығып, һығымта яһайҙар. Бына һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, мин бер төпкөлдә ултырам һәм бындағы хәлдәрҙең бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрәм.

- Хөкүмәткә хәҙер элекке кеүек төпкөлдән сыҡҡандарҙы алмайҙар шул. Никита Михалков бер Рәсәй төпкөлө хаҡында фильм төшөргәс, үҙенең дә ҡото осҡан ине. «Мәскәүҙә йәшәп, ауыл тураһында китаптар уҡып, мин барыбер бер нәмә лә белмәгәнмен икән», - тип аптыраған ул. Шуға күрә мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Финанс өлкәһендә тәжрибәгеҙ ҙур булыуға ҡарамаҫтан, бында килгәс тә һеҙҙе бик ныҡ аптыратҡан нәмә булманымы?

- Аптыратҡан осраҡтар булғыланы, әммә мин бында эшкә күскәнемә бер ҙә генә үкенмәйем. Ғаиләгә ваҡыт ҡалмаһа ла, эшем оҡшай. Эшем бик ҡыҙыҡлы. Әсәйем дә, хатта: «Ял көндәрендә лә эшкә сығаһың. Һинең эшең ирҙәрҙеке кеүек», - тип әйтеп ҡуя ҡайһы саҡта.

- Әсәйегеҙ атайығыҙҙың эше менән сағыштыралыр, күрәһең. Ул да Совет заманында шулай иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләгән бит. Ата-әсәйегеҙгә килгәндә, атайығыҙ гүр эйәһе инде хәҙер. Шулай ҙа беҙ уның бик талапсан булыуын яҡшы беләбеҙ.

- Эйе, ул замандарҙа талапсанлыҡ көслө булды. Шуға күрә эсеп йә башҡа сәбәп менән эшкә сыҡмай ятҡан кешеләр һирәк ине.

- Ул заманда кеше эшен юғалтырға, айнытҡысҡа эләгеүҙән ҡурҡты. Уларҙың эшләргә стимулы булды, эштән фатир алырға ла мөмкинлек бар ине. Хәҙер шул айнытҡыстарҙы кире тергеҙергә уйлайҙар. Әммә уға ла бик күп аҡса кәрәк, тиҙәр. Шулай уҡ мәҙәниәттә лә, мәғарифта ла аҡса юҡ. Медведев: «Аҡса юҡ, әммә һеҙ бирешмәгеҙ», - ти. Беҙ бирешмәйбеҙ ҙә ул. Ә нишләп аҡса юҡ һуң?

- Производство юҡ. Бына беҙҙең бәләкәй генә районды алайыҡ. Спиртзаводты яптылар. Район бюджеты ғына түгел, шулай уҡ республика, федераль бюджет та күпме аҡса юғалтты. Күпме кеше эшһеҙ ҡалды. Башҡа райондарҙа ла әллә күпме заводтар ябылды.

- Производство булмауы аңлашыла. Баяғы прогрессив һалымға кире әйләнеп ҡайтҡанда, депутаттар, чиновниктар 500 мең һум тирәһе эш хаҡы ала. Ә шул уҡ ваҡытта ябай эшсе бик күпкә аҙ ала. Был беҙҙең газдан, урмандан һәм башҡанан килгән барлыҡ килемдең тигеҙ бүленмәүен аңлата түгелме?

- Һәр кешегә тигеҙ эш хаҡы бер ҡасан да булғаны ла юҡ.

- Айырма ғәйәт ҙур бит...

- Депутаттар тураһында әйтә алмайым. Эш хаҡы яуаплылыҡҡа, квалификацияға бәйле айырыла.

- Әйҙә Игорь Сечинды ғына алайыҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул көнөнә 6 млн һум аҡса ала. Ул урам һепереүсенән бер нисә миллион, хатта, миллиард тапҡыр аҡыллыраҡ, белемлерәк, файҙалыраҡ килеп сығамы? Социализм беҙҙә булманы ла, булмаясаҡ та икәнен аңлайым, әлбиттә. Шулай ҙа беҙҙең ҡаланы йә районды ғына алғанда, фатир алыр өсөн кәмендә миллион һум аҡса кәрәк. Кеше ипотека ала һәм 10 меңдән ашыуыраҡ аҡсаһын 20-30 йыл буйы ай һайын биреп бара. Шул уҡ ваҡытта уның эш хаҡы 15 мең һум. Банк сфераһында кешегә файҙалы булған ысулдар юҡ. Банк системаһы ла һеҙгә ҡағыла бит.

- Эйе. Тик банк сфераһында килемдәр ул хәтлем күп түгел. Уларҙың эш хаҡтары әллә ни юғары түгел. Бына Сечинды ғына алһаҡ. Уларҙың акционер йәмғиәте. Улар үҙҙәренең шул акционер йәмғиәте килемдәренә ҡарап, эш хаҡы ала. Шулай уҡ банкта ла. Бына хәҙер ауыл хужалығына эшкә ҡайтыусы юҡ, сөнки эш хаҡы иң аҙы. Шуға күрә ауыл еренә кеше ҡайтһын өсөн дәүләт төрлө ярҙам саралары күрһәтә.

- Беҙ бына моноҡала тигән исемдән ҡотолоп, өҫтөнлөклө үҫеш территорияһы статусын алдыҡ. Әммә был исемдәрҙең үҙгәреүенең файҙаһын күрмәйбеҙ. Күмфабта 15 мең эш хаҡы була, тип яу һалғайнылар. Хәҙер унда 3 ай аҡса алмайҙар, тиҙәр.

- Уның өҫтөнлөгө тиҙ генә күренмәйәсәк, әлбиттә. Бының өсөн ваҡыт кәрәк. Әле бар нәмә лә формалаша, яйға һалына. Иҡтисад үҫеше берәй 5-10 йылдан ғына күренә башлаясаҡ. Хөкүмәт барыһын да контролдә тота. Уларға отчет биреп торасаҡтар, сөнки федераль бюджеттан арыу ғына сумма аҡса алынды бит.

- Күмертау тиҙҙән ныҡ үҫешеп китһә, райондағы бөтә кадрҙарҙы үҙенә йәлеп итеп алып бөтмәҫме икән? Район халҡы Күмертауға, күмертауҙар Өфөгә, ә Өфө халҡы тағы ла ҙурыраҡ ҡалаға ынтыла.

- Һәр кеше үҙе һайлай инде. Балыҡ тәрәнерәк урынды, ә кеше яҡшыраҡ урынды һайлай, тиҙәр бит. Шуның һымаҡ, ҡайҙа яҡшы шунда ынтыла халыҡ. Бындай күренеш беҙҙең Рәсәйгә генә хас түгел, башҡа илдәрҙә лә шундай уҡ тенденция күҙәтелә.

- Эш, сәйәсәт, иҡтисад тураһында һөйләштек. Ғаиләгеҙ тураһында ла белге килә.

- Иптәшем Олег менән ҡыҙ һәм ул үҫтерҙек. Әле бер ейәнсәрем бар. Әсәйем дә беҙҙең менән бергә йәшәй. Улым да яныбыҙҙа. Ҡыҙым ғаиләһе менән Күмертауҙа тора. Буш ваҡытым булғанда яратҡан ғаиләмә ашығам.

- Район хакимиәтендә һеҙ нисә йыл эшләнегеҙ? Унда эшләгән саҡтарығыҙҙы, районды һағынмайһығыҙмы?

- Мин унда эшләгән саҡты һәр саҡ һағынып иҫкә алам. Районда эшләү миңә күп нәмә бирҙе, унда ҙур тәжрибә тупланым. Бергә эшләгән ҡыҙҙарҙы, коллективымды яратам. Әле лә улар менән хәл-әхүәл белешеп, яҙышып торабыҙ. Бер-беребеҙгә төрлө һорауҙарҙа кәңәш менән булһа ла ярҙам итешәбеҙ.

- Һеҙ ярты быуат ғүмер кисергәнһегеҙ, артҡа әйләнеп ҡарап, нимәгәлер үкенмәйһегеҙме?

-Юҡ, бер нәмәгә лә үкенмәйем. Үҙемдең тормошом, эшем менән ҡәнәғәтмен.

- Күмертауҙың бер бәләһе булған юлдарға ҡағылышлы һорауҙы ла бирге килә. Былтыр ғына ремонтлағайнылар юлдарҙы, быйыл тағы шул уҡ хәл. Юл төҙөгән подрядчикка берәй гарантия ваҡыты ҡуйылмаймы ни?

- Гарантия ваҡыты була. Беҙ бер нисә тапҡыр ундайҙарҙы тикшереп, юлды яңынан бушлай эшләткәнебеҙ бар. Бына мине иң аптыратҡаны, соҡорҙарҙы ямау. Был яңы юл төҙөгәнгә ҡарағанда күберәк сығым талап итә. Етмәһә, соҡорҙарҙы ямау сифатһыҙ эшләнә. Шул юл төҙөүселәргә барып бөтә технологияны үҙем аңлатҡым килеп китә, хатта. Шуға тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: һәр һөнәр эйәһе үҙ эшен еренә еткереп эшләргә тейеш.

- Әлфиә Әҡсән ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ һеҙҙе редакциябыҙ исеменән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ.

- Һеҙҙең үҙегеҙгә рәхмәт. Минең әсәйемә 87 йәш, тыл ветераны. Шундай оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул «Юшатыр» гәзитенең һәр бер һанын рәхәтләнеп уҡып бара. Эштән ҡайтыуыма районда, ҡалала булған яңылыҡтарҙың барыһын да белеп тора һәм миңә лә һөйләй.


Читайте нас: