Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбе директоры Сания Кузбаеваны белмәгән кеше юҡ. Ул «Юшатыр» менән һәр саҡ бәйләнештә, барлыҡ булған уңыштары хаҡында яҙып тора.
Райондарында башҡорт телен өйрәнгән берҙән бер мәктәп тә ул Аллабирҙе мәктәбе. Сания апай янына күптән сәфәр ҡылырға уй бар ине, гел йә ваҡыт юҡ, йә, йыбандыра, тип тик ултырҙыҡ. Бына ниәтебеҙ килеп сыҡты – ошо көндәрҙә Аллабирҙегә барып, уҡыусыларҙы күреп, Сания апай менән һөйләшергә насип булды. С. Кузбаева мәктәбен, ауылын маҡтап туя алмай, киң фекерле, бай рухлы кеше ул. «Ниңә һеҙҙең мәктәптә гел матур ғына кешеләр эшләй?» – тигәнгә Сания апайыбыҙ: «Күңелдәре матур уларҙың, –тине. – Ә тәнгә килгәндә, ана, күрәһеңме: минең кабинетта тренажер тора, шунда ла шөғөлләнеп алабыҙ», – тип шаяртты. Етди итеп әйткәндә, был ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән дә ҙур матур хәтирә ҡалды, балдың тәмен татыр өсөн уны мискәһе менән ашап бөтөргә тимәгән, бер балғалағы ла етә. Һәр мәктәптең биҙәге, әлбиттә, балалар. Аллабирҙелә улар – 35. Киләһе йылда тағы ла арттырам, ти Сания апай. Күмертау һурып тик тора балаларҙы, тип тә бошондо.
«Юшатыр»ҙың бында килеүенең төп маҡсаты С. Кузбаеваға Рәхмәт хаты тапшырыу ине. Тапшырҙыҡ. Ҡушып бүләген дә бирҙек. Уҡыусыларҙы күрҙек. Бүләк бирәбеҙ тип үҙебеҙ бүләкле булып ҡайтып киттек - Башҡортостандан ситтә башҡорт рухы һаҡланыуын, уны һаҡлар кешеләр булыуын күреү беҙҙең өсөн бер ниндәй алтынға ла алмаштырмаҫлыҡ бүләк ул. Балалар баҡсаһындағы сабыйҙарҙы күргәс, нисек шатланмайһың инде. Аллабирҙе балалар баҡсаһында - 25 бала, керһәк, рәхәтләнеп уйнап йөрөйҙәр. Бында ФАП та, клуб та, магазин да бар, күрше Мәҡсүттә бөттө барыһы ла, тиҙәр, ә Аллабирҙелә бар. Был да халыҡтың ниндәй булыуы хаҡында күпте һөйләр нәмә. Ҡыҫҡаһы, артабан да бар булығыҙ, бөтөн булығыҙ, милләттәштәр. «Юшатыр» һеҙҙән тик яҡшы хәбәрҙәр генә көтөп ҡала.
Рәхмәтле булғанығыҙға шатбыҙ! Уҡыусыларыбыҙҙы рухландырып, ҡыуандырып туған телдәрен ихтирам иткәндәрен иҫбатлау – телһөйәрҙәр өсөн оло баһа. Бына тигән уҡытыусыларыбыҙ, ата-әсәләребеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең килеп китеү барыбыҙ өсөн дә байрам булды. Һеҙҙән алда ғына ауылыбыҙҙағы, мәктәптәге оло проблеманы асыҡлау, дөрөҫләү маҡсатында район хакимиәтенән вәкилдәр булып киткәйне. Эйе, бына нисәмә йәй инде аллабирҙеләр һыуһыҙ интегә (хәйер ҡай берәүҙәр хатта ҡыш айҙарында ла һыуға мохтаж). Игорь Александрович Круглов - Төйлөгән районы хакимиәте башлығының урынбаҫары оҙайлы проблеманы сисер, тип ышанабыҙ. Шаршамбы Аллабирҙе мәктәбе ҡунаҡтарға бай булды: Ырымбурҙан газ белгестәре лә йылылыҡ ҡорамалдарын тикшереп, пломба ҡуйып китте. Ә «Юшатыр»ҙарҙың килеүе телебеҙ, рухыбыҙ бәҫен күтәрҙе. Рәхмәт һеҙгә! Иғтибарығыҙ, ихтирамығыҙ өсөн. Аллабирҙе мәктәбенең дөйөм урта белем биреү статусы алғанының егерме йыллығына Тәлғәт Шаһманов та килеп киткәйне. Уның байрамыбыҙҙа ҡатнашыуы ауылыбыҙ халҡына шатлыҡ килтерҙе, мәктәбебеҙ байрамына йәм бирҙе, байрамыбыҙҙың бәҫен күтәрҙе һәм «Юшатыр»ҙар менән дуҫлыҡ күпере асты. Заманында Ырымбур өлкәһе башҡорттары өсөн «Каруанһарай» гәзите сыға ине. Хәҙер ул ябылды. Беҙҙәге хәл-ваҡиғаларҙы күршеләребеҙҙең «Юшатыр»ы даими яҡтыртып тора. Аллабирҙеләр Күмертауҙа ла күп йәшәй. Беҙҙең хаҡта гәзиттә яҙылғандарҙы ауылдаштарыбыҙ ҡыуана-ҡыуана был хаҡта хәбәр итеп тора. Рәхмәт һеҙгә!