Все новости
Общие статьи
25 Мая 2018, 12:37

ХӘЛ ИТЕРГӘ ӘҘЕРБЕҘ

Рәсәй эшҡыуарлығы көнө уңайынан Яңы Морапталда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының күсмә конференцияһы үтте. Сара башланыу алдынан район хакимиәте етәкселәре, ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары, студенттар һәм эшҡыуарҙар Отрада-Аҡһары-Мораптал тарафтарындағы эшҡыуарҙарҙың объекттарында булды, уларҙың тәжрибәһе менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.

Көйөргәҙе районының хөрмәтле эшҡыуарҙары!

Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй эшҡыуарҙары көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Беҙ үҙ эшен ойоштороп, уны уңышлы үҫтереүгә өлгәшкән әүҙем, дәртле, фиҙаҡәр эшҡыуарҙарыбыҙҙы ысын күңелдән хөрмәт итәбеҙ. Район иҡтисадында үҙ ныҡлы урыныңды табып, яңы идея һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу – ысын хөрмәткә һәм ярҙамға лайыҡ таланттарҙың, уңғандарҙың өлөшө.

Һеҙ бик мөһим дә, яуаплы ла эш менән шөғөлләнәһегеҙ, Көйөргәҙе районы муниципаль районының социаль тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә лайыҡлы өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Һеҙҙең изге, күркәм хеҙмәтегеҙ артабан да районыбыҙҙың сәскә атыуына ыңғай булышлыҡ итер, тип ышанам.

Емешле хеҙмәттәшлегегеҙ, мәрхәмәтлелек өлкәһендәге эшмәкәрлегегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.

Күркәм байрамығыҙ уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем! Уйлаған уйҙарығыҙ ғәмәлгә ашһын, ә бизнесығыҙ тотороҡло һәм емешле үҫешһен!

Ә.Й. ҠОТЛОӘХМӘТОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль
район Хакимиәте башлығы


Рәсәй эшҡыуарлығы көнө уңайынан Яңы Морапталда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының күсмә конференцияһы үтте. Сара башланыу алдынан район хакимиәте етәкселәре, ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары, студенттар һәм эшҡыуарҙар Отрада-Аҡһары-Мораптал тарафтарындағы эшҡыуарҙарҙың объекттарында булды, уларҙың тәжрибәһе менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.

Тәүге сәфәр Иҫке Отрада ауылындағы “Домашняя кухня” кафеһынан башланды. Кафе хужаһы Николай Эберзин ҡунаҡтарға 24 урынлыҡ кафеһында эштәр нисек барыуы хаҡында ентекле һөйләне. Аҙаҡ эшҡыуарҙар ошо уҡ ауылдағы “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәтенең һәм “Профит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте магазиндарына юлланды. “Профит” магазины хужаһы Дмитрий Жернавков хеҙмәттәштәренә үҙенең нисек эш башлап ебәреүен һөйләне.

- 2001 йылда бәләкәй генә вагончик ултыртып, шунда һатыу эшен башланым. Аҙаҡ кирбестән 100 кв метр ҙурлығындағы бина төҙөп сауҙа эшен ҙурайттым, бында дүрт кеше эшләй. Магазин эргәһендә генә 150 квадрат метр ҙурлығында булған ике ҡатлы кафе ла һала башланым. Бында ашхана, зал, бәҙрәф - барыһы ла буласаҡ. Ғөмүмән, үҙ эшемде асып, башлап ебәреү өсөн әллә ни ауырлыҡтар кисермәнем, сөнки район хакимиәте һәр саҡ ҡеүәтләп тора, - тине. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың, магазиндың исеме нимәне аңлата, ниңә ябайыраҡ исем ҡушманың? тигән һорауына, «Профит» – «килем» тигәнде аңлата, тип яуапланы Дмитрий Юрьевич.

Артабан сәйәхәт ҡылыусылар, автобустарға ултырып, Аҡһарыға юлланды. Шлакоблоктар һәм тимер-бетон ҡулсалар эшләүсе шәхси эшҡыуар Минибай Мөхәмәтйәровтың эше менән танышты.

- Шлакоблоктар етештерәбеҙ, 1 һәм 1,5 метрлы ҡулсалар эшләйбеҙ. Заказдар бар, Октябьрский, Төйлөгән райондарынан да һораусылар байтаҡ. Ике кеше эшләй, егеттәр өлгөрә, - ти Минибай Камил улы. Барыһы ла хаҡтар тураһында белеште, эш барышын ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙо.

Яңы Морапталда төҙөлгән күп функциялы спорт майҙансығын да күрһәтергә булдылар эшҡыуарҙарға. Унда уҡыусы балалар хатта футбол да уйнап күрһәтте. Артабан ҡунаҡтар яу ҡырында ҡорбан булғандар һәм еңеү менән ҡайтҡандар исемлеге яҙылған обелискка сәскә һалғандан һуң мәктәпкә юлландылар. Белем усағында ҡунаҡтарҙы яҡташыбыҙ Сәйфулла Ғиниәт улы Үзбәковтың картиналар күргәҙмәһе көтә ине. Ҡунаҡтар һәр картинаны һоҡланып ҡарағандан һуң тамаша залына бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының күсмә конференцияһына үтте. Кәңәшмәне асып район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов эшҡыуарҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, иң изге теләктәрен яуҙырҙы.

- Эшҡыуарлыҡ — ул ҡатмарлы көндәлек эш. Унда байрам һәм ял көндәре бик һирәк була. Эшҡыуарҙар эш урындары булдыра, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешенә ярҙам итә. Район хакимиәте лә йыл да бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә, үҙ эшен асырға теләүселәргә финанс ярҙам күрһәтеп тора. Уларға субсидиялар, ер участкалары бүленә, консультация ярҙамы күрһәтелә. Районда үткән төрлө байрамдарҙы үткәреүҙә эшҡыуарҙарыбыҙ беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Бөйөк Еңеү көнөндә һуғышта ҡатнашыусыларға байрам бүләктәре әҙерләүҙә беҙҙең үтенесте кире ҡаҡмай, спонсор ярҙамы күрһәтеүселәргә оло рәхмәт белдерәм. Район Һабантуйын үткәргән саҡта ла ситтә тороп ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанам, -тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Артабан һүҙҙе районыбыҙҙың иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева алды.

- Йыл да Рәсәй эшҡыуарҙары көнөндә төрлө форумдар, семинарҙар, күргәҙмәләр ойошторола. Был сараларҙың төп маҡсаты — эшҡыуарлыҡ эшенең өҫтөнлөктәрен күрһәтеү, аңлатыу, шулай уҡ юридик һәм башҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү. Бөгөн беҙ Отрада һәм Мораптал ауыл советтары шәхси эшҡыуарҙарының бер нисә объекттарында, «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәтендә булып, уларҙың эшен күрҙек, ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләнек, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Барыбыҙ ҙа бөгөн тағы бер тапҡыр эшҡыуар булыу өсөн иҡтисадсы, юрист белеменән тыш ойоштороусы һәм аналитик та булыу, шулай уҡ ысын мәғәнәһендә хәрби ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ та кәрәклегенә инанды. Районда эшҡыуарлыҡ менән 4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.

Көйөргәҙе районы — ауыл хужалығы районы. Шуға күрә райондың иҡтисади потенциалын билдәләүсе мөһим фактор булып ауыл хужалығы үҫеше тора. Донъя баҙарындағы һуңғы үҙгәрештәр — аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген булдырыу һәм импортты алмаштырыу әүҙемлеген иҫәпкә алып, беҙ ауыл хужалығын үҫтерергә тейешбеҙ!

Районда 121 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй һәм үҫешә. Уларға 41 мең гектар һөрөнтө ер беркетелгән. Фермер хужалыҡтары отчет йылында 61190 тонна иген, 360 тонна шәкәр сөгөлдөрө, 6418 тонна көнбағыш етештерҙе. Улар район ауыл хужалығының тулайым продукцияһының 25%-ын етештерә.

Илшат Мәзитов, Әнүәр Усманов, Дамир Хәйбуллин, Илшат Исламғолов, Аклбек Альмашев хужалыҡтары йыл да баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү күрһәткестәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Районда төрлө әйберҙәр менән һатыу итеүсе 127 магазин иҫәпләнә. Уларҙың 85-е бәләкәй эшҡыуар субъекттарыныҡы. 2017 йылда шәхси эшҡыуарҙарҙың 15 млн тирәһе һумлыҡ 1503 квадрат метр дөйөм майҙанлы магазины асылды.

2017 йылда эшҡыуарҙарҙың берәмләп һатҡан тауар әйләнеше 385,4 млн һумға етте. Был райондың дөйөм тауар әйләнешенең 43%-ы. 2016 йыл кимәленән был күрһәткестең үҫеше 104,9% тәшкил итә.

«Мобиль сауҙа» проекты буйынса районға автолавка тапшырылды. Был автолавканы арендаға биреү өсөн конкурс иғлан ителгәйне, әммә, ҡыҙғанысҡа, эшҡыуарҙарҙан заявкалар булманы. Кемде был проект ҡыҙыҡһындыра, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, хөрмәтле эшҡыуарҙар, - тине.

Шулай уҡ Ольга Алексеева үҙ сығышында йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бүленгән субсидиялар, район эшҡыуарҙарының төрлө өлкәлә ҡаҙанған уңыштары хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе. Сығышы һуңында ул: «Беҙ район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы менән бөтә проблемаларҙы хәл итергә әҙербеҙ. Беҙҙең бурыс — район халҡының йәшәү сифатын күтәреү. Һеҙҙең ярҙамһыҙ беҙ был мәсьәләне хәл итә алмайбыҙ. Беҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең дәрәжәһен күтәрергә тейешбеҙ һәм иң тәү сиратта ауыл йәштәре араһында эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге булдырыуға баҫым яһаясаҡбыҙ», - тине.

Артабан сараға йыйылған эшҡыуарҙарҙы шулай уҡ Мораптал ауыл советы хакимиәте эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова, районыбыҙ эшҡыуарҙары союзы рәйесе Зөләйха Иләкәева ҡотлағандан һуң һалым инспекцияһы, роспотребнадзор, ветстанция хеҙмәткәрҙәре лә сығыш яһаны. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яҙма рәүештә бирҙе.

Байрамға арналған кәңәшмә һуңында алдынғы, тырыш эшҡыуарҙарға Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ҡунаҡтар үҙҙәре өсөн әҙерләнгән концертты ҡарағандан һуң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музейға ла барҙы.


Райондың бәләкәй предприятиеларында хеҙмәт итеүселәрҙең уртаса һаны - 1582. Был районда эшләүсе халыҡтың 44,6%-н тәшкил итә.


2018 йылдың 1 ғинуарына, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың берҙәм реестры буйынса, районда 419 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты үҙ эшмәкәрлеген башҡара, шул иҫәптән — 96 бәләкәй һәм микро предприятие, 121 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 202 шәхси эшҡыуар.


Бәләкәй предприятиеларҙа эшләүселәрҙең 2017 йылдағы уртаса эш хаҡы 16625 һум тәшкил итә. Был 2016 йыл кимәленән 5%-ҡа юғары.


Йыл һайын бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан яңы эш урындары булдырыла. 2017 йылда район эшҡыуарҙары 112 яңы эш урыны булдырҙы, шулай уҡ 79 берәмек яңы эшҡыуар барлыҡҡа килде.

ҠОТЛАЙБЫҘ!
Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәттәре, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән лайыҡлы өлөштәре өсөн Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте тарафынан бүләкләнделәр.

ПОЧЕТ ГРАМОТАЛАРЫ МЕНӘН


ӘКБӘРОВ Юнир Юрик улы, шәхси эшҡыуар, КФХ (фермер) башлығы, Свобода ауыл советы;

БИКМАЕВ Рауил Айрат улы, шәхси эшҡыуар, КФХ (фермер) башлығы, Яҡшымбәт ауыл советы;

ВӘЛИТОВ Рәмил Ғәйзулла улы, шәхси эшҡыуар, Яҡшымбәт ауыл советы;

ГУРИНА Светлана Васильевна, шәхси эшҡыуар, Зәк-Ишмәт ауыл советы;

ДӘМИНОВА Римма Ҡотдос ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Свобода ауыл советы;

ЗӘБИРОВ Азамат Амарғәли улы, шәхси эшҡыуар, Таймаҫ ауыл советы;

ИЛӘКӘЕВА Зөләйха Миңлеғәли ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Ермолаево ауыл советы;

КОЖЕНОВА Гүзәл Искәндәр ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Шәбағыш ауыл советы;

СӘҒӘҘИЕВА Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Мораптал ауыл советы;

СЫНБУЛАТОВА Раушания Факил ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Яҡшымбәт ауыл советы;

ХЛЫНЦОВА Ольга Николаевна, шәхси эшҡыуар, Бахмут ауыл советы;

ЯҠШЫБАЕВ Радик Миңлебай улы, шәхси эшҡыуар, Ермолаево ауыл советы.

РӘХМӘТ ХАТТАРЫ МЕНӘН


БИКҠОЛОВ Наил Ғибаҙулла улы, шәхси эшҡыуар, Свобода ауыл советы;

ИЛЬИЧЕВА Валентина Васильевна, шәхси эшҡыуар, Бахмут ауыл советы;

МӨХӘМӘТОВА Нәзиә Хәйҙәр ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Илкәнәй ауыл советы;

СЕМЕНОВ Алексей Борисович, шәхси эшҡыуар, Ермолаево ауыл советы;

ФӘЙЕЗОВ Фәнис Ниғмәт улы, шәхси эшҡыуар, Яҡшымбәт ауыл советы;

ХӘМИТОВА Рәүзиә Шәүрәт ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Мораптал ауыл советы;

ЧУКИН Сергей Викторович, КФХ (фермер) башлығы, Шәбағыш ауыл советы;

ШУИНБЕКОВА Гөлнара Ғүмәрғәли ҡыҙы, шәхси эшҡыуар, Зәк-Ишмәт ауыл советы.


Читайте нас: