Все новости
Общие статьи
1 Июня 2018, 12:47

ЕМЕРЕЛМӘҪ ӘЛЕ

Иҫәнмеһегеҙ, Мәлик. Ҡоҙа булаһың инде, Филүзә апайыңдың ҡәйнәһе булам инде мин. Үҙемде яҙып ҡуяйым микән: Ямансарова Минибанат Рәхмәтулла ҡыҙы.

Иҫәнмеһегеҙ, Мәлик. Ҡоҙа булаһың инде, Филүзә апайыңдың ҡәйнәһе булам инде мин. Үҙемде яҙып ҡуяйым микән: Ямансарова Минибанат Рәхмәтулла ҡыҙы. Һиңә яҙыуымдың сәбәбе: гәзиттәрҙең квитанцияһын ебәрәбеҙ. Роза ҡыҙым менән йәшәйбеҙ, уның Күмертауҙа ҡыҙы бар, ул Таймаҫ килене, Күмертауҙа йәшәйҙәр, уның ҡыҙы бар, исеме Фаягөл. Шул балам һиңә квитанцияны алып барыр, әллә, нәмә уйнатаһығыҙмы икән, белмәйем дә, шул уйнатҡан көн булмағандыр инде былтыр ошо ҡыҙым ике-өс мәртәбә алып барҙы, уйнатманылар, тине. Әле был квитанцияны конверт булмағас, ебәрә алманыҡ, әллә ҡасан яҙылдыҡ. Роза исеменә яҙған почтальоныбыҙ, аҡсаны мин түләйем, пенсиям күп. Роза телевизор ҡарап яңылыҡтарҙы белә, мин һүрәтен ҡарап ултырам инде бер нәмә лә аңламайым, совсем ҡолаҡтарым ишетмәй, шуға бик күп яңылыҡты уҡыйым инде. Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргәс, ҡартайҙым инде. Филүзә апайың өләсәйеңде алып ҡайтҡан, аяҡтарымдан атлай алмайым, барып хәлен белә алмай ултырам. Килһә, үҙе беҙгә килә торғайны, килгәне юҡ. Ул гәзит «Ильич юлы» исемле булды бит әле, йылын әйтә алмайым, онотҡанмын. Шул ваҡыттан бирле уҡыйбыҙ инде онотҡанмын, әйтә алмайым. «Башҡортостан» булдымы, шуныһына ла яҙылғайным. Иҫтә, Мәлик ҡоҙа, һин, бәлки, алдай тиерһең, мин бер генә һүҙҙе лә алдап яҙманым, берәүгә бер ваҡытта ла алдағаным юҡ. Фаягөл балам алып барһа уйналмаған көн булһа ней шунда бер өс бакалмы үҙең бир, бәй, редакцияғыҙ емерелмәҫ әле. Мәлик ҡоҙа, бәлки, минең яҙғанға ғәжәпләнерһең, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, тик гәзит тултырып, шул шуны оттто, шул мыны отто, тип әллә кешеһенә ҡарап оттораһығыҙ, ахырыһы. Хатта бик оҫта яҙалар бит, Фаягөл балам да көн һайын бара алмаҫ, әсәһе больницала ята, бәләкәй балаһы бар, ул да Таймаҫ килене, ҡәйнәһе Гөлдәр, ҡайныһы Илшат, кейәүебеҙ Руслан. Минең яҙғанға, бәлки, асыуланырһың, һинең ҡоҙа икәнеңде мин белмәнем бит әле. Ҡолаҡтарым ишетмәгәс, Филүзә апайың арҡылы ғына белдем. Бәлки, берәр хәбәр биргең килһә, беҙҙең телефон: 68-0-39.

Ярар, ҡоҙа, күп сәләм менән БАНАТ
ҡоҙағыйың.


Читайте нас: