Все новости
Общие статьи
1 Июня 2018, 11:34

ҒОРУРЛАНА АЛАҺЫҒЫҘ

Районыбыҙҙан һәм ҡалабыҙҙан әрмегә киткән егеттәребеҙҙең лайыҡлы хеҙмәттәре хаҡында “Юшатыр”ҙа хаттар йыш сыға. Күптән түгел тағы бер егетебеҙҙең намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты килде.

Районыбыҙҙан һәм ҡалабыҙҙан әрмегә киткән егеттәребеҙҙең лайыҡлы хеҙмәттәре хаҡында “Юшатыр”ҙа хаттар йыш сыға. Күптән түгел тағы бер егетебеҙҙең намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты килде.

Илкәнәй ауылында йәшәүсе Вәсилә менән Ривал Имәнғоловтар улдары Динар хеҙмәт иткән Иркутск ҡалаһындағы стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәри часы командиры Павел Жадобиндан Рәхмәт хаты алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

«Хөрмәтле Вәсилә Сабир ҡыҙы һәм Ривал Урал улы! Һеҙҙең улығыҙ Динар хеҙмәт итеүе ваҡытында үҙен тик ыңғай яҡтан, намыҫлы, дисциплиналы, эшһөйәр, грамоталы, маҡсатҡа ынтылыусан итеп күрһәтте. Уға һәйбәт тәрбиә биргәнегеҙ, лайыҡлы ил һаҡсыһы үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, - тиелгән хатта.

Динар былтыр, июнь айында, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Командиры яҙғанса, маҡсатҡа ынтылыусан егет 9-сы класты тамамлағас, Күмертау авиация техникумында электрик һөнәре ала, бер үк ваҡытта үҙ аллы уҡып водитель таныҡлығына ла эйә була.

Ата-әсәһе өсөн уның хаҡында ошондай һөйөнөслө хәбәр алыу – ҙур ғорурлыҡ. Бынан ары ла егет яҡындарын һөйөндөрөп торһон. Яҡташыбыҙҙың хеҙмәтен иҫән-һау тултырып ҡайтып, тормошта ла лайыҡлы кеше булып йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас: