Все новости
Общие статьи
5 Июня 2018, 12:50

«ДЕПУТАТ ИКӘНДӘРЕН ОНОТОП КИТМӘҺЕНДӘР ТҮЛКӘ»

Үрҙә 17 июнь көнөндә райондың ике ауыл советында ауыл Советына өҫтәмә һайлау үткәрелеүе хаҡында әйтелә. Беҙ был һайлауҙарҙың ни сәбәпле уҙғарылыуы хаҡында белешмә биреп китмәксебеҙ.

Хөрмәтле һайлаусылар!

2018 йылдың 17 июнендә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем Зәк-Ишмәт ауыл советы һәм Шәбағыш ауыл советы буйынса Советҡа бер мандатлы округы һәм 6-сы һанлы Ҡансыра биш мандатлы һайлау округы буйынса өҫтәмә депутат һайлауы үтәсәк.

Зәк-Ишмәт бер мандатлы һайлау округына Көйөргәҙе урамының 1-69 (таҡ һандар рәте), Шәмсетдин Зәки урамының 2-14 (йоп һандар рәте), Йылға аръяғы урамының 11, 34, 35-се һанлы йорттары инә. 2510-сы һанлы һайлау участкаһы Мәктәп урамы, 8-се һанлы йортта, йәғни мәктәптә урынлашҡан.

Шәбағыш бер мандатлы һайлау округына Холмогор ауылының һәм Шәбағыштың Мәсет урамы йорттары инә. 2518-се һанлы һайлау участкаһы мәктәптә, Тыныслыҡ урамы, 2А адресы буйынса урынлашҡан.

Ҡансыра биш мандатлы һайлау округына Егорьевка, Ивановка, Ҡансыра, Мотал, Холодный Ключ ауылдары керә. 2516-сы һанлы һайлау участкаһы Ҡансыра ауылының Ҡансыра урамының 22А адресы буйынса, ауыл клубында урынлашҡан. Бында Егорьевка, Ивановка, Ҡансыра ауылдары халҡы тауыш бирә. 2517-се һанлы һайлау участкаһы Холодный Ключ ауыл клубында, Дуҫлыҡ урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан. Бында Мотал һәм Холодный Ключ халҡы тауыш бирә ала.

Ниндәйҙер сәбәп буйынса һайлаусы тауыш биреү көнөндә килә алмай икән, ул алдан һайлау хоҡуғына эйә. Алдан һайлау 6 июндән 16 июнгә тиклем эш көндәрендә 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә, ял көндәрендә 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем участка комиссияһы биналарында бюллетень тултырыу юлы менән башҡарыла. Әгәр һайлаусының һайлау участкаһына килеү мөмкинлеге юҡ икән, ул өйҙә һайлай ала. Бының өсөн алдан, 6 июндән башлап, 17 июндә 14.00 сәғәткә тиклем ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ.

Хөрмәтле һайлаусылар! Һеҙҙе һайлауға килеп тауыш бирергә, ошо мөһим сәйәси сарала әүҙем ҡатнашырға, үҙегеҙҙең гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ!

И.Ш. Мөхәмәтшин,

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе



Үрҙә 17 июнь көнөндә райондың ике ауыл советында ауыл Советына өҫтәмә һайлау үткәрелеүе хаҡында әйтелә. Беҙ был һайлауҙарҙың ни сәбәпле уҙғарылыуы хаҡында белешмә биреп китмәксебеҙ.

Зәк-Ишмәт ауыл советында элекке ауыл советы хакимиәте башлығы Рәжәп Абдуллин депутат ине. Ул хаҡлы ялға киткәс, үҙ теләге менән депутатлыҡтан да срогынан алда бушатыуҙарын һораған. Әлеге көндә бында ауыл Советына депутатлыҡҡа ике кандидат теркәлгән: шәхси эшҡыуар, КФХ хужалығы етәксеһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһы буйынса Илнур Фәтҡулла улы Әҙеһәмов һәм һатыусы, үҙен үҙе күрһәтеүсе Гүзәл Рәмил ҡыҙы Кәримова.

Шәбағыш бер мандатлы һайлау округынан һайланған элекке депутаттар Марина Букина һәм Ҡансыра биш мандатлы һайлау округынан Рафис Бузлаков менән Гүзәл Мөхәмәтова үҙҙәренең килемдәрен күрһәткән декларация тапшырмағандары өсөн депутатлыҡтан бушатылған. Улар урынына ауыл Советы депутаты булыу өсөн 1-се һайлау округы буйынса «Водоканал»да эшләүсе Илфир Ғәли улы Юлдашев (ЛДПР), «Башнефть»тә эшләүсе Виталий Владимирович Подрядов («Берҙәм Рәсәй») дәғүә итә. 6-сы һайлау округы буйынса «Газпром» хеҙмәткәре Валерий Леонидович Герасимов («Берҙәм Рәсәй»), хаҡлы ялдағы Риф Ниғмәтшә улы Рыҫҡолов («Берҙәм Рәсәй»), хаҡлы ялдағы Нәҡиә Ҡәйүм ҡыҙы Собханғолова (ЛДПР) кандидаттары күрһәтелгән. Бында үҙ үҙен күрһәтеүселәр юҡ.

Ауыл старосталарының бер нисәүһенә сығып, кемдәр депутат булырға тейеш тип уйлауҙары, кемдәрҙе депутат итеп күргеләре килеүе хаҡында белештек.

Рал Сәхи улы ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ, Зәк-Ишмәт ауылы старостаһы:

- Мин үҙем бар күңелемде биреп староста булып эшләп йөрөйөм. Депутатты ла шулай уҡ йәнен-тәнен биреп, халыҡ өсөн эшләгән кеше итеп күрге килә. Түлкә ҡайһы бер депутаттар үҙҙәренең депутат икәнен онотоп китмәһендәр ине. Әтеү шулай ҙа булып китә ҡайһы ваҡытта. Ауыл советы депутаттары ауылда икенсе кеше һанала. Улар халыҡ өсөн тырышып хеҙмәт итергә бурыслы. Мин үҙем депутат итеп фермер Илнур Әҙеһәмовты күргем килә. Ул булдыра алыр, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, уның үҙенең ҡулында кәрәкле транспорттың барыһы ла бар. Ул ысынлап та кешегә файҙа килтерә аласаҡ, төрлө яҡлап ярҙам итәсәк. Бына шул егетте депутат итеп һайлаһалар, бик шат булыр инем.

Зиннур Мысырғәле улы РӘХМӘТУЛЛИН, Ҡансыра ауылы старостаһы:

- Мин үҙем ауылда староста ла, шул уҡ ваҡытта 27 йыл инде ауыл Советы депутаты булып киләм. Шуға күрә депутат кеше ниндәйерәк булырға тейеш икәнен яҡшы беләм, тип әйтә алам. Ауыл халҡының проблемаларын белгән, өйрәнгән, ҡулынан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан кешене депутат итеп һайларға кәрәк. Бына газсервиста эшләгән Валерий Герасимовты тап шундайҙар рәтенә кертергә була. Ул һәр ваҡыт ауыл халҡының газ менән бәйле проблемаларын тикшереп, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышып тора. Шул уҡ ваҡытта депутат кешенең йәшерәк, халыҡ араһында йөрөгән кеше булыуы ла мотлаҡ, тиер инем. Халыҡ араһында йөрөп, уның барлыҡ нужаһын белеп, кәрәк саҡта спонсор ярҙамы күрһәтергә лә ҡулынан килгән кеше булһа, бигерәк тә яҡшы. Мин үҙем дә, фермер булараҡ, ауылда үткәрелгән төрлө сараларға, балалар өсөн үткәрелгән байрамдарға күстәнәс-бүләктәр менән ярҙам итергә тырышам.


Читайте нас: