Все новости
Общие статьи
5 Июня 2018, 12:40

ВЕРА АПАЙ

Мин Төйлөгән районының Мәҡсүт ауылы ҡыҙымын. Күрше Аллабирҙе ауылына йөрөп уҡыным. Әсәйемдең дә тыуған ауылы ул. Бында рус милләтенән оҙаҡ йылдар Чуйкиндар ғаиләһе йәшәне.

Мин Төйлөгән районының Мәҡсүт ауылы ҡыҙымын. Күрше Аллабирҙе ауылына йөрөп уҡыным. Әсәйемдең дә тыуған ауылы ул. Бында рус милләтенән оҙаҡ йылдар Чуйкиндар ғаиләһе йәшәне.

Фельдшер Вера Чуйкина апай ошо ауылда балалар үҫтереп, урындағы халыҡ менән саф башҡорт телендә һөйләшеп, ауыр һуғыш йылдарында һәм үҙе хаҡлы ялға сыҡҡансы Аллабирҙелә йәшәне.

Иң өлкән улы Александр Аллабирҙе ауылында башҡортса уҡыны, башҡорттарҙы гел, беҙҙекеләр, тип һөйләр ине. Шулай бер ваҡыт һабантуйҙа башҡорттар менән рустар арҡан тартышҡан. Һабантуй Владимировкала була торғайны ул ваҡытта. Владимировка ауылы халҡы 1905 йылдарҙа Украинанан күсеп килеп ултырған. Аллабирҙе менән Мәҡсүт араһында. Арҡан тартышҡанда Саша башҡорттар яғында булған, әлбиттә, башҡорттарҙы еңелгән тип һанағандар. Ә Саша атайыма килеп, бабай, урыҫтар үҙҙәренекен яҡланы, беҙ бит еңеүсе, тип дөрөҫлөк талап иткән. Эй, атайым көлөп һөйләй торғайны, Вераның улы үҙенең урыҫ икәнен дә аңламай, тип. Икенсе балаһы – Люба Чуйкина. Беҙ уның менән 8-се синыфты бөткәнсе 4 йыл бергә уҡыныҡ. Люба бик тәртипле, мөләйем, тыйнаҡ ҡыҙыҡай ине. Ул, бер нәмәгә ҡарамай башҡорт егетенә тормошҡа сығам, ти торғайны. Шундай матур итеп иркә генә тауыш менән башҡорт телендә һөйләште. Тормошҡа бик сибәр егеткә, башҡорт кешеһенә, тормошҡа сығып, башҡорт балалары үҫтереп, Төйлөгән станцияһында йәшәне, ғүмере ҡыҫҡа булды. Вера апайҙың өсөнсө балаһы – Валерий. Ул да башҡорт булып үҫте. Бик сибәр Әнисә исемле ҡыҙға өйләнеп, Төйлөгән ҡасабаһында йәшәйҙәр, хәҙер пенсия йәшендәләр инде. Ә Валерийҙың ҡыҙы Диана башҡорт егетенә тормошҡа сығып, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр, тормош иптәше менән Әминә һәм Асия исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Вера апайҙың тормош иптәше Василий Чуйкин ватып-емереп башҡортса һөйләште, колхозда төрлө эштәрҙә эшләне. Олоғайған көнөндә токта мөдир булып эшләгән. «Ырҙын табағын еперегеҙ-еперегеҙ», – тип әйтә торғайны тип һөйләп көлөп алалар уларҙы иҫләгән кешеләр. Шулай төшкө ашҡа ҡайтҡанда ырҙын табағында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар берәр биҙрә ашлыҡ алып ҡайта икән. Бригадир: «Нәмә ҡарайһың һин, Вася ағай, игенде урлатма!» – ти икән. Шулай һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдарҙа ла Вася ағай башҡорт халҡы менән бергә йәшәгән. Вера апай ҡышмы-йәйме, төнмө, буранмы, бер ваҡытта ла һуңламай ашығыс ярҙам сумкаһын тотоп килеп етер ине. Уның һуғыш ваҡытында һәм һуңғы йылдарҙа өйҙәрендә бәпәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүе! Балалар табыу йорто булмағандыр инде. Вера апайҙың уңған ҡулдары менән һуғыштан һуңғы йылдарҙа әллә күпме балалар шулай донъяға килде. Аллабирҙе халҡы һәм Мәҡсүт ауылы халҡы Вера апайҙы бик тә хөрмәт итте. Ололар әле лә уны һағынып иҫкә ала.

Зифа ИБРАҺИМОВА
Ҡотлоюл ауылы
Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: