Все новости
Общие статьи
8 Июня 2018, 11:34

НИ ӨСӨН АРЫҪЛАН?

Ришат Исламшинды күптәр хәтерләйҙер, видеокамера тотоп йә тегендә, йә бында ҡаланың ҡыйыш-мыйыш яҡтарын төшөрөп, ғәҙеллек өсөн көрәшеп йөрөй торғайны. Фермерлыҡ менән дә шөғөлләнде ул. Үҫтергән игенен һаҡларға урын бирмәйҙәр тип бер заман 3 тонна игенен бер силсәүит алдына бушатып ҡаңғырып та йөрөгәне булды.

Ришат Исламшинды күптәр хәтерләйҙер, видеокамера тотоп йә тегендә, йә бында ҡаланың ҡыйыш-мыйыш яҡтарын төшөрөп, ғәҙеллек өсөн көрәшеп йөрөй торғайны. Фермерлыҡ менән дә шөғөлләнде ул. Үҫтергән игенен һаҡларға урын бирмәйҙәр тип бер заман 3 тонна игенен бер силсәүит алдына бушатып ҡаңғырып та йөрөгәне булды. Власҡа ҡаршы апаруҡ сығыш яһаны, митингылар ҙа ойошторҙо. Был митинг хаҡында яҙған берҙән-бер баҫма «Юшатыр» булды. Хәҙер Ришат тынысланды, йорто янында балалар өсөн төрлө тәтәйҙәр, уйын ҡорамалдары яһай. Һәм скульптура менән дә шөғөлләнә. Фотола уның сираттағы шедевры — Пушкин менән Урау урамдары тоташҡан ерҙә арыҫлан һынын яһап ултыртҡан. Бына шулай Исламшиндың власть менән көрәшкән энергияһы мәҙәниәткә, ҡала йөҙөн матурлауға китте.

«Вконтакте»лағы «Юшатыр» гәзите төркөмөндә ошо мәғлүмәт донъя күргәс, унда: «Ниңә нәҡ арыҫлан һыны? Айыу йәки мышы булһа, аңлашыла, беҙҙең яҡ хайуаны. Килешер ҙә ине», - тигәнерәк һорауҙар булды. Бер нисә кеше редакцияға килеп тә шул уҡ һорауҙы бирҙе.

Һорау булғас, яуабы ла булырға тейеш тигән уй менән беҙ Ришат Исламшиндың үҙенә сыҡтыҡ. Ул һорауҙы ишеткәс тә:

- «Урал батыр» эпосын уҡыһындар. Был һында мин «Урал батыр» эпосындағы арыҫланды Венециан стилендәге арыҫлан менән ҡушып эшләнем. Арыҫлан — хайуандар батшаһы. Ул көс-ҡеүәт, ҡөҙрәт, байлыҡ символы булып тора. Мин бит бер ниндәй ҙә жираф йә бегемотты эшләп ҡуймағанмын. Шулай уҡ арыҫландың Ер шарын тотоп тороуы ул — власте белдерә. Беҙҙең Күмертау ҡалаһы тураһында бик күп һөйләйҙәр хәҙер. Беҙ алдынғылар рәтендә һаналабыҙ. Был беҙҙең хакимлыҡ итә башлауҙы, Күмертауҙың социаль-иҡтисади яҡтан алға китеүен дә күрһәтә. Шарға мин «ТОР Күмертау» тип яҙып ҡуйырға ла уйлағайным, - тип яуап бирҙе һәм «Урал батыр» эпосына бәйле түбәндәге фотоһүрәттәрҙе лә ебәрҙе.
Читайте нас: