Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән борондан һаҡланып ҡалған иң күркәм йолаларҙың береһе – Һабантуй үткәрелә. Районыбыҙҙа ялан батырҙарына арналған, малсыларға – ғөмүмән, агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам үткән йәкшәмбе уҙғарылды.
Йола буйынса байрамға хѳрмәтле ҡунаҡтар, күренекле яҡташтарыбыҙ саҡырыла. Быйыл беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары Азамат Абдюков, БР Хөкүмәте аппаратының агросәнәғәт комплексы һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге мөдире Марсель Кашаев, БР Башлығы идаралығынан Альберт Маликов, БР Мәғарифте үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, 52-се һанлы республика дауаханаһы баш табибы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Рөстәм Игбаев, күрше райондарҙың хакимиәттәре башлыҡтары һәм Ырымбур өлкәһенең хакимиәте башлығы бар ине.
Байрам “Һабантуй – 2018” флагын тантаналы күтәреүҙән башланды. Уны “Искра” ауыл хужалығының алдынғы механизаторы Раил Аҡһаров, Киров исемендәге хужалыҡтағы һыйыр һауыу операторы Резида Саттарова, шәхси эшҡыуар, крәҫтиән хужалығы башлығы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Виктор Чукин күтәрҙе. Музыкаль-театрлаштырылған тамашанан һуң һүҙ район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа бирелде.
- Беҙ халҡыбыҙҙың матур, сағыу байрамдарының береһе – һабантуйға йыйылдыҡ. Быуаттар төпкөлөнән килгән был байрам бик ҙур рухи көс бирә, тыуған ере өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе, изге эштәре менән үҙенең төбәген, ауылын маҡтауға күмеүсе барлыҡ игенсе, малсыларыбыҙ, ауыл эшсәндәренең ауыр хеҙмәтен данлай.
Үткән йыл уңыш йыйыу буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирештек. Иген культураларынан дөйөм алғанда 117,5 мең тонна уңыш йыйып, райондар араһында тәүге унау исемлегендә булдыҡ. Быйыл да яҡшы уңыш алырбыҙ, тип уйлайым. Бигерәк тә Киров хужалығы, “Искра”, “Түкән” хужалыҡтары, Илшат Мәзитовтың, Әнүәр Усманов, Акылбек Алмашев, Фәнил Әҙеһәмов һәм башҡа фермер хужалыҡтарының эштәрен билдәләп үтке килә. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүленә. Быйылғы биш ай һөҙөмтәләре буйынса, ауыл хужалығы предприятиелары 34 мең центнер юғары сифатлы һөт һауып алған һәм һатыуға оҙатҡан. Районыбыҙҙың 30 машина менән һөт һауыу оҫтаһы 5 мең рубежын үтеп китте. Агробизнестан берәү ҙә китмәй, киреһенсә, ергә ерегеп эшләүселәр күбәйә, шул беҙҙе ҡыуандыра. Йылдан-йыл фермерҙар һаны арта.
Һабантуй күңел күтәренкелеге, дәрт, яҡшы кәйеф бүләк итһен, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.
Хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы булды, районыбыҙҙың байтаҡ эшсәндәре Маҡтау, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды. Шулай уҡ был көндө “Көйөргәҙе районының почетлы гражданы” тигән исемде Рәйес Хөснөтдинов менән Кинйәғәли Абдуллинға биреү ҙә бер мәртәбә булды. “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусы алты бала әсәһе Гүзәл Дауытованы ҡотланылар. Дүрт йәш ғаиләбеҙ торлаҡ алыу йә төҙөү өсөн сертификат алып шатланды. Тантаналы ҡотлауҙар, тәбрикләүҙәр тамамланғандан һуң, халыҡҡа шәп кәйеф бүләк иткән матур концерт булды. Баш ҡалабыҙҙан килгән Наил Юнысов алып барған тамашала, Юнир Һағынбаевтың йырҙары, Стәрлетамаҡ бейеү ансамбле менән бергә “Йәшлек” район мәҙәниәт йорто артистары ла сығыш яһаны. Йыр артынан йыр, бейеүҙе бейеү алмаштырған был концертты тамашасылар берсә моңланып, берсә дәртләнеп ҡараны.
Һабантуй байрамын ялан буйлап теҙелеп киткән сағыу тирмәләрһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Уларһыҙ байрамдың бер генә йәме лә, ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Нәҡ ошо тирмәләрҙә боронғобоҙ һаҡлана, тарихыбыҙға, йылдан-йыл онотола барған йолаларыбыҙға, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙгә тағы ла бер тапҡыр байҡау яһала. Шуға күрә лә, байрамға йыйылғандар иң тәүҙә һәр ауыл биләмәһенең тирмәһе, шул биләмәлә йәшәгән халыҡтың кѳнкүреше, йәшәйеше, уларға ғына хас булған йола, ғѳрѳф-ғәҙәттәре менән таныша. Бының ѳсѳн урындағы хакимиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы күмәкләшеп әҙерләнә. Байрамды ойоштороуға һәр кем хәленән килгәнсә ѳлѳш индерергә тырыша. Ошо күмәк тырышлыҡ һѳҙѳмтәһендә генә бынамын тигән матур байрам сараһы килеп сыға ла инде.
Быйылғы һабантуйға бѳтәһе 12 тирмә ҡуйылды
Тирмәләр конкурсында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын, йыр-бейеүен тәҡдим итте, тѳрлѳ йолаларҙан ѳҙѳк күрһәтте.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң майҙанда бер-бер артлы спорт ярыштары башланды. Төрлө уйындар уҙғарыуға тәғәйенләнгән майҙанда халыҡтың ҡайнап тороуы ял итергә, күңел асырға, үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, һәләтен күрһәтергә теләгәндәрҙең күплегенә бәйле ине. Ә инде мауыҡтырғыс халыҡ бәйгеләренә тамаша ҡылырға теләгән һәр кем уйындар ойошторолған майҙанға ашыҡты.
Берәүҙәр һырғауылға үрмәләгән таныш-белештәрен ҡеүәтләп ҡысҡырһа, икенселәр бағана башындағы күҙҙе ҡыҙҙырып эленеп торған бүләктәргә үрмәләй башланы. Спорт майҙанында волейбол, футбол уйындары гөрләне. Һәр ҡайһыныһы бүләктәр алып шатланды. Тоҡ менән һуғышыуҙа көсөн һынап ҡарарға теләгән үҫмерҙәр ҙә күп булды. Береһен икенсеһе алмаштырып ҡына торҙо.
«Һабантуй - 2018» традицион халыҡ байрамын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Байрам юғары ойоштороу кимәлендә үтте.
Ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, АХК, ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар, «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте етәкселәре, бағыусылар, эшҡыуарҙар, КФХ башлыҡтары, райондың эске эштәр бүлеге, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының барыһы ла сараны үткәреүгә тос өлөш индерҙеләр һәм алға ҡуйылған маҡсаттарға ирештеләр.
«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, ижади үҙешмәкәр коллективтар, спортсылар, йәштәр, мәғариф учреждениелары һәм балалар беҙгә байрам кәйефе, сағыу күренеш тыуҙырҙы, оло байрам бүләк итте.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙың яуаплылығы һәм үҙ-ара аңлашып эш итеүе, шулай уҡ район халҡының әүҙем ярҙам итеүе һөҙөмтәһендә байрам гөрләп үтте! Барығыҙға ла ихлас күңелдән рәхмәт!
Һабантуй райондаштарыбыҙҙың ең һыҙғанып эшләй ҙә, байрам итә лә белеүен, районыбыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәүен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, районыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарыласаҡ артабанғы эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр яуланыуын, ә үҙебеҙгә яҡшы уңыш алыуҙы теләйем.
Оло ихтирам менән район Хакимиәте башлығы
Рөстәм Камил улы ИГБАЕВ, Өфөнөң 52-се һанлы дауаханаһының баш табибы:
- Һабантуй миңә бик ныҡ оҡшаны. Был сараны ойоштороуға иң юғары баһа ҡуйыр инем. Һабантуй байрамының исеме ысын мәғәнәһендә есеменә тура килеп тора. Ауыл хеҙмәтсәндәре, баҫыу батырҙары өсөн ҙур байрам ойошторолған. Көйөргәҙе ере баҫыуҙарында игендең шаулап үҫеүен, ҙур уңыш биреүен теләйем. Яҡташтарымдың барыһына ла изгелек, именлек, бәхет-шатлыҡтар теләйем.
Рәүеф НАМАҘҒОЛОВ, район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры:
- Ат сабышы - һабантуйҙың йѳҙѳк ҡашы. Шуға ла бәйге иғлан ителеү менән бар халыҡ ярыш яланына тартылды. Сабыш - үҙе бер тамаша булһа, аттарын йыл буйы әҙерләгәндәр ѳсѳн үҙе һынау. Шуға ла һәр ат ҡуйыусы ярыштарҙың матур һәм ғәҙел үтеүен теләй. Беҙ быны күҙ уңында тотоп спорт аттарын айырым, ә хужалыҡтарҙыҡын айырым ярыштырҙыҡ. Быға тиклем бергә ярышып, һәр ваҡыт спорт аттары ғына еңә, ябай халыҡ урын алмай торғайны. Быйыл ябай эшсәндәребеҙҙең урын алып, бүләктәргә лайыҡ булыуҙарын күреп хатта үҙем ҡыуандым.
Барлығы 6 спорт, 8 хужалыҡ аттары һәм 7 көймәле арбалар ярышты. “Искра” ауыл хужалығы арғымаҡтары ҡатнашманы. Алдан бәйгелә ҡатнашыу теләген белдереп ғариза бирһәләр ҙә, үҙҙәре Мәләүезгә барып ярышҡандар. Йыл да Киров хужалығынан аттар күп ярыша, уларға рәхмәт. Был хужалыҡтың аттары бәйгегә килмәһә, ярыш булмаҫ та ине
1-се урын – Кинйәбыҙ ауылы командаһы;
2-се урын – Таймаҫ ауылы командаһы;
3-сө урын – Бөгөлсән ауылы командаһы.
Спорт аттары араһында һыбайлылар:
1-се урын – Шамил Хоҙайғолов (Киров ис. хужалыҡ);
2-се урын – Рәйес Әбдрәхимов (Киров ис. хужалыҡ);
3-сө урын – Ранил Әбүшахмин (Киров ис. хужалыҡ).
Хужалыҡтар аттары һыбайлылары:
1-се урын – Серекжан Джекспаев (Киров ис. хужалыҡ);
2-се урын – Андрей Андреев (“Түкән” хужалығы):
3-сө урын – Рәфис Хөсәйенов, (Ялсыҡай ауылы).
1-се урын – Шәфҡәт Ярышев (“Көйөргәҙеагропродукт” ясй-һы өсөн Яманһары ауылынан);
2-се урын – Ермек Бикбау (Киров ис. хужалыҡ);
3-сө урын – Исатай Кинжалеев (А7 Агро РБ).
40 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Илнар Батыршин (Яҡуп);
50 кг-ға тиклемге ауырлыҡта:
1-се урын – Тимур Семенов (Яҡуп);
60 кг-ға тиклемге ауырлыҡта:
1-се урын – Рәүеф Суюнов (Яҡуп);
60 кг-дан юғары ауырлыҡта:
1-се урын – Илфат Кинйәғолов (Көйөргәҙе);
65 кг-ға тиклемге ауырлыҡта:
1-се урын – Рунис Иҫәнбирҙин (Яҡуп);
75 кг-ға тиклемге ауырлыҡта:
1-се урын – Фәдис Вәлитов (Ҡунаҡбай);
90 кг-ға тиклемге ауырлыҡта:
1-се урын – Рим Нафиҡов (Мораптал);
90 кг-дан юғары ауырлыҡта:
1-се урын – Рәмил Ҡотлобаев (Яҡут);
Абюсолют чемпион - Рим Нафиҡов. Батырыбыҙ һарыҡ һәм 5 мең һум аҡса менән бүләкләнде.
Шашка ярышында еңеүсе Көйөргәҙе ауылынан Рәмил Батыршин булды. Рәмил Өфөлә үткән Рәсәй көнөндә лә шашка буйынса ярышта ҡатнашты. Ул республика буйынса 3-сө урын яуланы.
Гран-при – Бахмут ауыл советы;
1-се урын – Яҡшымбәт ауыл советы;
2-се урын – Зәк-Ишмәт һәм Ленин ауыл советтары;
3-сө урын – Илкәнәй һәм Ермолаево ауыл советтары;
“Халыҡ дуҫлығы” номинацияһында – Отрада ауыл советы;
“Ғаилә йылын күркәм яҡтыртыусы” номинацияһында – Керәүле-Илюшкин һәм Таймаҫ ауыл советтары;
“Иң яҡшы милли аш-һыу” номинацияһында – Мораптал ауыл советы;
“Милли йолаларҙы һаҡлау” номинацияһында – Шәбағыш ауыл советы;
“Иң ҡунаҡсыл” номинацияһында – Свобода ауыл советы.