Все новости
Общие статьи
19 Июня 2018, 11:27

ҠОШТАР РӘХМӘТ ӘЙТӘ

Фотоһүрәттәрҙе ҡарап ултырғанда, бер нисә йыл элек булып үткән ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөм. Һәр йыл июнь айында беҙ Шәбағыш ауылы мәктәбендә ойошторолған лагерҙа ял итә инек. Унда үткәрелгән көндәр төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында йыш иҫкә алабыҙ.

Бер көндө үлән араһында яраланған ҡош балаһын таптыҡ. Уның ҡанаты һынған. Бисараның ашағыһы ла бик килгәндер. Беҙҙең устан ул көнбағыш бөртөктәрен сүпләне, аҙаҡтан рәхәтләнеп һыу эсте. Ҡошсоҡтоң ҡанаттарын яҡшылап бәйләп ҡуйҙыҡ. Отряд бүлмәһенә алып кереп, уның өсөн уңайлы, йылы оя яһаныҡ. Ул быға бик ҡыуанды. Был ваҡытта әсәһе балаһын эҙләп осоп йөрөгән. Ул тәҙрә янына килеп, суҡышы менән быялаға сиртте. Бының менән беҙгә рәхмәт әйткән кеүек булды. Балаһының шәфҡәтле кешеләр ҡулында икәнлегенә ышанғандыр ул.

Фоторәсемдәге уҡыусыларҙың күҙҙәрендә ҡошсоҡто ҡыҙғаныу, яратыу хистәрен күрәбеҙ. Улар ысын күңелдән ярҙам итергә теләй. Малайҙың усында йәнле тәбиғәттең бәләкәй генә бер өлөшө. Ул әлегә бер аҙ ҡурҡып тора, бөтөн тәне менән ҡалтырана. Ҡошсоҡтоң бәләкәй генә йөрәге лә бик йыш тибә. Быны малай бары үҙе тоя. Был миҙгел бер ҡасан да онотолмаҫ.

Алина МӨХӘМӘҘИЕВА,
3-сө БРГИ-ның
10-сы класс уҡыусыһы

Читайте нас: