Все новости
Общие статьи
19 Июня 2018, 11:45

УҢЫШЛЫ ҮТТЕ

Үткән йәкшәмбе Зәк-Ишмәт ауыл советы һәм Шәбағыш ауыл советы буйынса Советҡа бер мандатлы округы һәм 6-сы һанлы Ҡансыра биш мандатлы һайлау округы буйынса өҫтәмә депутат һайлауҙары үтте. Һайлаусыларҙың 60,8 проценты тауыш биргән.

Үткән йәкшәмбе Зәк-Ишмәт ауыл советы һәм Шәбағыш ауыл советы буйынса Советҡа бер мандатлы округы һәм 6-сы һанлы Ҡансыра биш мандатлы һайлау округы буйынса өҫтәмә депутат һайлауҙары үтте. Һайлаусыларҙың 60,8 проценты тауыш биргән.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Зәк-Ишмәт ауыл советында элекке ауыл советы хакимиәте башлығы Рәжәп Абдуллин депутат ине. Ул хаҡлы ялға киткәс, үҙ теләге менән депутатлыҡтан да срогынан алда бушатыуҙарын һораған. Ә Шәбағыш бер мандатлы һайлау округынан һайланған элекке депутаттар Марина Букина һәм Ҡансыра биш мандатлы һайлау округынан Рәфис Бузлаков менән Гүзәл Мөхәмәтова үҙҙәренең килемдәрен күрһәткән декларация тапшырмағандары өсөн депутатлыҡтан бушатылғайнылар.

Һайлауҙарҙа ауыл советы депутатлығына Зәк-Ишмәттән шәхси эшҡыуар, КФХ хужалығы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы буйынса Илнур Фәтҡулла улы Әҙеһәмов 82 процент тауыш менән үткән. Ҡансыра менән Холодный Ключ округынан “Газпром” хеҙмәткәре Валерий Леонидович Герасимов (“Берҙәм Рәсәй”) менән хаҡлы ялдағы Риф Ниғмәтшә улы Рыҫҡолов (“Берҙәм Рәсәй”), Холмогор менән Шәбағыш ауылының Мәсет урамы округынан “Башнефть”тә эшләүсе Виталий Владимирович Подрядов (“Берҙәм Рәсәй”) 92 процент менән үтте. Яңы депутаттарға дәртләнеп эшкә тотоноу өсөн көс-ҡеүәт һәм уңыштар теләйбеҙ.


Читайте нас: