Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына заманында беҙҙең райондан һайланған элекке депутат, Башкиравтодор предприятиеһының элекке директоры Шамил Хәйрулла улы Әминевтың законһыҙ рәүештә 60 миллион һумдан артыҡ аҡса урлауы тураһында «Юшатыр» гәзитендә бер тапҡыр яҙғайныҡ инде. Шул хәбәрҙе хәтерләйһегеҙме?
Әллә ҡасан булған хәл, тип уны ғәфү лә иттеләр, тик аҡсаны кире ҡайтарырға ҡуштылар. Шамил ағай алйот түгел, хәҙер былар мөлкәтемде тартып ала башлай тип, тиҙ генә байлығынан арына башлай. 3 бүлмәле фатирын, гаражын һата, ошолай итеп 16 миллион һум аҡсаһын йәшерә. Шамил Хәйрулла улы хәйләкәр булһа ла, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла иҫәр түгел – уның был мутлығын һиҙеп ҡалалар. Элекке депутатҡа ҡарата яңы енәйәт эше асыла. Уны махсус рәүештә юрамал үҙен үҙе банкротлыҡҡа дусар иткән тип ғәйепләйҙәр. Әминевты ярты миллион һум штраф, ярты йылға иркенән мәхрүм итеү йәки 3 йылға төрмәгә ябыу (был статья өсөн ошондай язалар ҡаралған) көтә. Был эш нимә менән бөтөр – «Юшатыр» яҙа барыр.
Бына ни өсөн беҙҙең Юшатыр йылғаhында һаман күпер юҡ икән! Кеше ышандырып, барып ҡарап йөрөгән булды бит әле ул! Ышан инде хәҙер депутаттарға…
Йә Веремеенко, йә Әминев, тигән һайлау ҡуйылғас, мин ул ҡараҡ өсөн өгөтләп йөрөнөм. Юлдар насар ине районда. Ә ул ана нишләп ҡуйҙы.
Оло башы менән һаман урлау юлында! Тамаҡтарына арҡыры ла тормай.