Все новости
Общие статьи
22 Июня 2018, 11:59

ҮЛМӘГӘН. ЕҢЕү менән ҠАЙТҠАН

«Юшатыр» гәзитенең быйылғы 27 апрель һанында «Тағы бер яугиребеҙ асыҡланды» тигән хәбәр баҫылғайны. Унда эҙәрмәндәр тарафынан Ингушетияла Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булған 12 ҡыҙылармеецтың кәүҙәһе ҡалдыҡтары табылыуы, шулар араһында Түбәнге Бабалар ауылынан Игбаев тигән кешенең дә булыуы хаҡында яҙғайныҡ.

«Юшатыр» гәзитенең быйылғы 27 апрель һанында «Тағы бер яугиребеҙ асыҡланды» тигән хәбәр баҫылғайны. Унда эҙәрмәндәр тарафынан Ингушетияла Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булған 12 ҡыҙылармеецтың кәүҙәһе ҡалдыҡтары табылыуы, шулар араһында Түбәнге Бабалар ауылынан Игбаев тигән кешенең дә булыуы хаҡында яҙғайныҡ.

Бер аҙ ваҡыттан һуң шул уҡ мәғлүмәт «Юлдаш» радиоһынан да яңғыраны, яҙыу-эҙләнеүҙәр бар интернетты тултырҙы: «Здравствуйте! Прошу оказать содействие в установлении родственников Игбаева Халия Юлазовича 1916 г.р., призванного из д. Н.Балабарово Куюргазинского района, числящегося пропавшим без вести с 05.10.42 г. в Чечено-Ингушской АССР, стрелка-разведчика 256 ОСБр. По имеющейся в ОБД Мемориал информации в д. Н. Балабарово Якшимбетовского с.совета Куюргазинского района проживал его отец Игбаев Ю. (так в документе).Его останки найдены на месте сражения поисковиками. Заранее благодарен за ответ и содействие волонтер поискового движения России Ветеран труда Пастухов Олег Павлович (зарегистрирован в соц. сетях Одноклассники и Контакт как Пастухов Олег 53 г. Уфа, т. 89093508488-Билайн).»

Бер көндө редакцияға Көйөргәҙе районы ветеринария станцияһы хеҙмәткәре Әлфинур Ишмөхәмәтова шылтыратты. Ул әлегә эшенән бушай алмауы, һуңыраҡ был мәсьәлә буйынса редакцияға махсус киләсәге хаҡында әйтте.

Бер нисә аҙна буйы беҙ уны түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ.

– Был яугирҙең ысын исеме – Хәмиҙулла Ғиләж улы Игбаев, 1916 йылғы, – тине Әлфинур Йәдкәр ҡыҙы. –Ул нәҫел-тамыры менән Ҡалта ауылынан булырға тейеш (быны ныҡлап тикшерергә кәрәк). Сөнки әсәһе Камилә Сәхиулла ҡыҙы Хоҙайбирҙина (1888 йылғы) Түбәнге Бабалар ауылындағы Ҡотләхмәт Шәйәхмәт улы Ишмөхәмәтовҡа кейәүгә сыҡҡанда, Хәмиҙулла эйәрсен бала булып килә.

Хәмиҙулла һуғыш алдынан Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы Мәрүәр Мирасоваға өйләнә. Уларҙың Рәшит атлы улы тыуып (1939 йылғы булырға тейеш), Ишембай ҡалаһында йәшәп, донъя ҡуйҙы.

Хәмиҙулла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта, күкрәге тулы орден-миҙал ине, тип хәтерләй торғайны ололар, – ти Әлфинур Ишмөхәмәтова.

Тимәк, Ингушетияла табылған яугир кәүҙәһе икенсе кешенеке булып сыға. Уны бәкеһендәге яҙыуға ҡарап билдәләгәндәр. Хәмиҙулла бәкеһен юғалтып, уны икенсе һуғышсы табып алғандыр тип фараз итергә генә ҡала бында.

Хәмиҙулла Игбаев һуғыштан һуң Ырымбур (ул ваҡыттағы Чкалов) ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ғаиләһе тарҡала. Шунан һуң Силәбе ҡалаһына китә. Унда Александра исемле урыҫ ҡыҙына өйләнә. Улар Таисия исемле ҡыҙ үҫтерә (1962 йылғы).

Хәмиҙулла 1968 йылдың 5 октябрендә Куйбышевта Ленинец станцияһында вафат булып ҡала, шунда ерләнә. Ҡатыны Александра ла хәҙерге көндә тере түгел.

Яуҙа башын һалған тигән яҡташ яугиребеҙҙең яҙмышы бына шулай булып сыҡты.

– Хәҙер Хәмиҙулла Игбаевтың һуғыш йылдарындағы тулы биографияһын тергеҙеү, ниндәй орден-миҙалдарға лайыҡ булыуын асыҡлау өҫтөндә эш алып барабыҙ, шул маҡсатта яҡын арала Силәбе ҡалаһына барып ҡайтырға тип торам, – ти Әлфинур Йәдкәр ҡыҙы.


Читайте нас: