«Юшатыр» гәзитенең 44-се һанында (1 июнь, 2018 йыл ) сыҡҡан «Нимә ул бәхет?» тигән мәҡәләлә был һорауға Фидан Ғүмәров, Кәмилә Ғөбәйҙуллина, Руслан Әхмәтов, Әлфиә Сайтакова, Динә Ғилметдинова шундай матур итеп яуап биргәндәр.
Уларҙың фоторәсемдәренә ҡарап бер һоҡланһам, йәш кенә балаларҙың киләсәкте байҡап, хәҙерге көн менән үҙҙәренең фекерҙәрен ошолай итеп белдереүҙәренә ҡыуанып бөтә алманым. Уларҙың бөтәһен дә тотоп яратаһым килде, өләсәй булараҡ, был йәш быуын вәкилдәренә ҡайһы бер кәңәштәремде бирәһем килде.
Фидан улым, һин бик тә дөрөҫ яуап биргәнһең, тик Себер яҡтарына сығып китмә инде, һинең кеүек маҡсатлы егеттәр, үҙебеҙҙә лә, Көйөргәҙе районында ла, бик кәрәк.
Руслан улым, эшсән булып аҡса табырға тырышыуың бик мәслихәт, ә шулай ҙа бәхет тик аҡсала ғына түгел. Ысын ир-егет булараҡ һау-сәләмәт үҫ, күңелеңә, һәләтеңә ярашлы һөнәр ал, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти бит халыҡ мәҡәле.
Кәмилә, Әлфиә, Динә ҡыҙҙарым, һеҙ – сәскәләрҙең дә сәскәһе, шул матурлығығыҙҙы ташламай, бәхетле ҡыҙҙар булып үҫегеҙ. Бәхетле киләсәк теләйем. Ошо мәҡәләне уҡығас, үҙемдең бала сағыма ҡайтҡандай булдым. Ошоға тиклем: «Нимә ул бәхет?», – тигән һорауҙы ишеткәнем дә булманы. Һеҙҙең йәштә, ул заманда, мин нәмә тип яуап бирер инем икән, тип уйлайым. Бала сағым бәхетле булған икән, атай-әсәйем, туандарым оло кәңәшселәрем ине, Аллаға Шөкөр. Өйөбөҙҙөң башы тимер менән ябылғайны, ашарға картуф-ҡабағыбыҙ күп булды. Яланға сығып, ашарлыҡ нәмә үҫә, бөтәһен дә йыя торғайныҡ: ҡуҙғалаҡ, йыуа, еләк, бөрлөгән, муйыл һ.б. Йөрөргә велосипед та бар ине. Атай-әсәйем бик егәрле булды, беҙҙе лә эшһөйәр, һөнәрле итеп үҫтерҙеләр.
Һығымта шундай: һөнәрле үлмәй, һөнәрһеҙ көн күрмәй, унан да бигерәк, һәр төрлө тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға өйрәнергә, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ирешергә кәрәк. Ысын бәхет шулдыр, тип уйлайым. Илебеҙ тыныс торһон.
Фидан, Руслан, Кәмилә, Әлфиә, Динә балаҡайҙарым, ҙур үҫкәс тә бәхетле булыуығыҙҙы теләп
Зифа ИБРАҺИМОВА инәйегеҙ
Ҡотлоюл ауылы