Все новости
Общие статьи
3 Июля 2018, 12:51

КАНДИДАТТАР КҮРҺӘТЕҮ БАШЛАНДЫ

2018 йылдың 9 сентябрендә үтәсәк Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына һайлауҙарға төрлө сәйәси партиялар үҙҙәренең лайыҡлы кандидаттарын күрһәтеү эштәрен башланы. «Берҙәм Рәсәй», «Ғәҙел Рәсәй», КПРФ, ЛДПР партияларының конференциялары һәм сәйәси эшмәкәрлеге шул хаҡта асыҡ һөйләй. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ буйынса, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайланасаҡ.

2018 йылдың 9 сентябрендә үтәсәк Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына һайлауҙарға төрлө сәйәси партиялар үҙҙәренең лайыҡлы кандидаттарын күрһәтеү эштәрен башланы. «Берҙәм Рәсәй», «Ғәҙел Рәсәй», КПРФ, ЛДПР партияларының конференциялары һәм сәйәси эшмәкәрлеге шул хаҡта асыҡ һөйләй. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ буйынса, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайланасаҡ.

Яңыраҡ Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең конференцияһы уҙҙы, унда партия ағзалары Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауға үҙ кандидатураларын тәҡдим итте. Конференцияны партияның төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. 30 июндә үткән конференция эшендә бөтәһе 220-нән ашыу делегат ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр партияның матбуғат хеҙмәтендә.

Кандидаттарҙың исемлеге йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлгән. Берҙәм һайлау округы буйынса дөйөм республика исемлеген төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Шулай уҡ тәүге өсәүгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Оксана Савченко һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ингән. Төбәк төркөмөндә тағы 165 кеше, шул рәүешле исемлектә 168 кандидат иҫәпләнә. Тағы 55 кеше бер мандатлы һайлау округы буйынса тәҡдим ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндә Башҡортостанда депутаттар һайлауға тәҡдим итеү өсөн партиянан кандидаттарҙы билдәләү буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы алдан тауыш биреү уҙғарҙы.

Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына һайлауҙарға 47-се һанлы Ермолаево бер мандатлы һайлау округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутатлыҡҡа кандидат итеп Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестициялар сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина, «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлеге буйынса Валерий Мөхәмәт улы Шәрипов күрһәтелде.

Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына һайлауҙарға 15-се һанлы Күмертау бер мандатлы һайлау округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутатлыҡҡа кандидат итеп Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Иванович Афонин, партия исемлеге буйынса «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Миншәриф улы Ғайсин, «Күмертау икмәк комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Иван Алексеевич Тюрюшов, Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығы инженеры Евгений Иванович Оськин күрһәтелде.


Читайте нас: