Все новости
Общие статьи
6 Июля 2018, 12:35

БЕРГӘЛӘП ЮҠ ИТӘЙЕК

Рәсәй Федерацияһының 99-сы һанлы Федераль Законы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 10 декабрендәге 458-се ҡарары буйынса республикала, шул иҫәптән Көйөргәҙе районында ла амброзияға карантин һалынған.

Рәсәй Федерацияһының 99-сы һанлы Федераль Законы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 10 декабрендәге 458-се ҡарары буйынса республикала, шул иҫәптән Көйөргәҙе районында ла амброзияға карантин һалынған.

Рәсәй Федерацияһы законлылығын боҙған өсөн айырым кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла, амброзия менән зарарланған ауыл хужалығы продукцияһын ситкә сығарыу ныҡлы тыйыла. Шуға күрә ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар етәкселәре амброзияны юҡ итеү өсөн берҙәм көрәшергә бурыслы. Шәхси хужалыҡтарҙа ла граждандар был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бирергә, йорт ихатаһындағы амброзияны юҡ итергә тейеш. Был эштә ауыл биләмәләре башлыҡтары айырыуса әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Улар ҡайҙа амброзия үҫкәнен асыҡлап, уны юҡ итеү өсөн эштәрҙе алдан башлап ойоштороп йөрөү өсөн яуаплы.

Кемдәр ошо зарарлы үҫемлеккә ҡаршы көрәшеүҙән ситләшә, юридик шәхестәргә 500-1000 һум, граждандарға 300-500 һум күләмендә штрафтар һалынасаҡ.

Амброзиянан ҡотолоуы еңел түгел: уны сабып, төбөнән йолҡоп яндырырға, химикаттар ҡулланып юҡ итергә кәрәк.

Ҡайһы ауыл биләмәһендә, ауыл хужалығы предприятиеһы, КФХ-һында, ҡайһы шәхси хужалыҡтарҙа амброзия үҫеүе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе Көйөргәҙе районы Хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтселеге идаралығына (Россельхознадзорға) ебәрә алаһығыҙ. Мөрәжәғәтте тиҙ арала ҡарау һәм мәсьәләне оператив хәл итеү өсөн амброзия үҫкән урындың адресын, сиктәрен теүәл, аныҡ күрһәтергә кәрәк.

Амброзия – ауыл хужалығына, шулай уҡ кешеләрҙең һаулығына ҙур зыян килтерә торған үҫемлек. Уның район биләмәләрендә таралыуына юл ҡуймау өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Көйөргәҙе районы Хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге


Читайте нас: