Все новости
Общие статьи
10 Июля 2018, 10:47

ТӨЛКӨЛӘРҘЕҢ ДӘ АШАҒЫҺЫ КИЛӘ

Әллә ҡалай килә быйылғы йыл. Ни бесәне йүнле түгел, ни ашлығы. Быныһы ғына аҙ, донъяны төлкөләр баҫты.

Әллә ҡалай килә быйылғы йыл. Ни бесәне йүнле түгел, ни ашлығы. Быныһы ғына аҙ, донъяны төлкөләр баҫты.

Беҙгә шылтыраталар, ауылдарҙа ҡаҙ-тауыҡҡа көн ҡалманы: төлкөләр ботарлай. Баҡһаң, ҡыш ҡарһыҙ булыу сәбәпле, сысҡандар ҡышлай алмаған, төлкөләр шуға ла ас, мәхлүктәр нимә эшләһен, уларға ҡош-ҡортҡа һөжүм итергә генә ҡала. Кешеләр үҙҙәре өсөн тип ҡурсалап ҡына үҫтереп килгән ҡоштарын төлкөләр һоғона. Абдул ауылында 18 өйрәкте тамаҡлағандар, Яҡупта 8 ҡаҙ бәпкәһенең башына еткәндәр. Ә Уңғар төлкөләре тауыҡ ярата икән, был ауылда тап ошо ҡоштарҙы ашағандар. Баҫыуҙарҙа эш туҡтағас, емеш-еләк йыйып алынып, һуғымдар һуйыр мәл еткәндә, ләззәтләнеп өйрәк-ҡаҙ, тауыҡ, күркә ашап ҡына ятҡығыҙ килһә, уларға бөгөн ныҡ күҙ-ҡолаҡ булығыҙ - төлкөләрҙең да ашағыһы килә.


Читайте нас: