Все новости
Общие статьи
13 Июля 2018, 11:04

БЕР-БЕРЕҺЕНӘ РӘХМӘТЛЕЛӘР

Шәфиға менән Ғиниәтулла Кинйәбулатовтарҙы Бахмутта белмәгән кеше юҡтыр. 50 йыл бергә-бергә, иңгә-иң терәшеп донъя көтөүҙәренең 47 йылы ошо ауылда үткән уларҙың.

Шәфиға менән Ғиниәтулла Кинйәбулатовтарҙы Бахмутта белмәгән кеше юҡтыр. 50 йыл бергә-бергә, иңгә-иң терәшеп донъя көтөүҙәренең 47 йылы ошо ауылда үткән уларҙың.

Яңауыл ауылында тыуып үҫеп, Бахмут мәктәбен тамамлаған тырыш Шәфиға Стәрлетамаҡта зоотехникка уҡып, Бөгөлсәнгә эшкә ҡайта. Әммә уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Бер күреүҙән ғашиҡ булған Күгәрсен районы Аҙнағол ауылы егете Ғиниәтулла йәш ҡыҙға өйләнеп, уны үҙе менән бергә Ташкентҡа алып китә.

Унда ике йыл йәшәгәс, йәш ғаилә игеҙәк ҡыҙ һәм улдары менән кире тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә.

Ауылға ҡайтҡан йәш белгестәргә шунда уҡ яңы йорт бирәләр. Шәфиға инәй оҙаҡ йылдар буйына, профком рәйесе, баш зоотехник булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уның тырыш хеҙмәте хаҡында бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исеме һөйләй.

Салауат индустриаль техникумын тамамлаған Ғиниәтулла Ғәбиҙулла улы хаҡлы ялға тиклем механик, 1975-78 йылдарҙа Бахмут силсәүите рәйесе булып эшләй.

«Беҙ Бахмутҡа күсеп килгән беренсе башҡорт ғаиләһе булдыҡ. Бында килгәндә бер йорт та кәртәләнмәгән дә, ҡапҡалары ла юҡ ине. Беҙ йорт алдын кәртәләп, ҡапҡа ҡуйғас, башҡалар ҙа яйлап ҡына шулай эшләй башланы. Йәш белгестәргә, йәш ғаиләләргә почет ныҡ булды элек. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, йәшәргә йорт бирҙеләр. Хатта ике йыл ғына Ташкентта йәшәгән саҡта ла ике бүлмәле фатир биреп өлгөрҙөләр», – тип хәтергә ала Ғиниәт олатай үткән заманды.

«Бала саҡтан сос, әрһеҙ булдым. Күбеһенсә ирҙәр араһында эшләргә тура килде, әммә мин бер ҙә генә бирешмәнем. Бик күп йылдар район советы депутаты булдым. Иң тәүгеләрҙән булып үҙемә оҡшаған ҡыҙыл төҫтән «Жигули» һатып алдыҡ. Эшем ауыр ине. Көндәр буйы өйҙә тормаған саҡтар булды. Тормош иптәшемә рәхмәтлемен. Ул эшемде аңлап, балаларҙы ҡарашты», – ти Шәфиға Шәкүр ҡыҙы.

Ғүмере буйына бер-береһенә рәхмәтле булып йәшәгән Кинйәбулатовтар ғаиләһе игеҙәктәренең икеһенә лә юғары белем бирә. Радиктары аграр университетын бөтөп, ветеринар табибы һөнәрен ала, ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләй. Рәзилә Ғиниәтулла ҡыҙы БДУ-ның физика факультетын тамамлап, оҙаҡ йылдар Күмертауҙа 3-сө БРГИ-ла фән буйынса директор урынбаҫары булып хеҙмәт итә, бер ҡыҙ үҫтерә.

50 йыл буйына татыу ғүмер иткән, әле лә бер-береһенә оло хөрмәт, һөйөү тулы ҡараштары менән баҡҡан Кинйәбулатовтар ғаиләһенең алсаҡлығына һоҡланырлыҡ. Уларға ошо хистәрен юғалтмай, именлектә-һаулыҡта тағы бик оҙаҡ йылдар, тигеҙ ҡартлыҡта ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын.
Читайте нас: