Все новости
Общие статьи
17 Июля 2018, 11:35

АҠСАҺЫ ӘҘҘӘР БОШОНМАҺЫН

Йәй - отпускылар мәле. Кемдең нисек ҡулынан килә, шулай ял итә. Хәллерәктәр сит ил тип ауыҙ һыуын ҡоя, байтаҡ ҡына таныш-тонош диңгеҙ буйында ҡыҙынып ҡайтты ла инде. Ә кемдең аҡсаһы диңгеҙҙе тик телевизорҙан ғына күрергә мәжбүр итә, ундайҙар ҙа бошонмаһын - бынамын тигән Яҡут тоҙло күлебеҙ бар.

Сит тарафтарҙан да киләләр бында, бәғзеләре тоҙло батҡаҡты банка-ғәләмәткә лә тултырып ала, ҡыш көндәре мунсаламы, ванналамы ышҡынып ятасаҡтар. Быйылғы миҙгелдә лә Яҡут күленә дауаланырға, сәйәхәт ҡылырға килеүселәр һаны кәмемәй. Айырыуса һуңғы аҙналарҙа кеше күп килә.

Алыҫ, тип тормай, Мәсетле, Дыуан, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан еңел машиналарҙа юлланыусылар күп. Яҡут күлендә көнөнә 100-150 кеше була. Түләү тәүлегенә 100 һум тәшкил итә. Ял итергә, дауаланырға килеүселәргә ҡулдан килгәнсә ыңғай шарттар булдырылырға тырышыла. Әле 20 беседка ҡуйылған. Ял итеүселәр шунда машиналарын ҡуйып, ашарға бешерә.

Күлдә 15-20 минут яталар, шунан артығы ярамай. Оҙағыраҡ булһалар, ҡан баҫымы күтәрелә. Һаулыҡтарына зыян килмәһен өсөн, быны махсус тәғәйенләнгән кешеләр ҡарап, күҙәтеп тора.

Киләһе йылда Яҡут күлендә кафе, буралар алып ҡайтып, 10-лап йорт төҙөргә лә уйлайҙар. Ул саҡта ҡуна ятып рәхәтләнеп ял итергә, дауаланырға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: