Быйыл мал ҡышлатыу ҡыйынға тура киләсәген белеп, райондың ҡайһы бер ауылдарында халыҡ башмаҡтарын аралашсыларға ҡул аҡсаһы менән 35-36 мең һумға тереләй биреп ебәрә башланы. Бының сәбәптәрен, крәҫтиәндең шундай аҙымға барыуын аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. Ни өсөн икәнен барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ. Был турала гәзиттә күп яҙылды.
Аралашсыларҙың шулай ҡотороноуына, шашыныуына яуап итеп бер шәхси хужалыҡтан һыйырҙарын 45 мең һумға һуйып бирергә булғандар. Был аралашсы һуйған малға 17 килограмға тиклем ташлама яһаған, етмәһә, юл хаҡын да индереп иҫәпләгән. Һөҙөмтәлә әлеге крәҫтиән һыйырын һуйып аралашсыларға һатып та барыбер ҡулына 36 мең һум ғына аҡса алған. Ә бит ташлама һуйылған малға 6 килограмдан артыҡ булырға тейеш түгел.