Изге эштә Түкән, Свобода ауылдары халҡы һәм Күмертауҙан бер-нисә кеше дәррәү ҡатнашты. 25-ләп кеше ҡәберлектәрҙе һәм уның тирә-яғын тәртипкә килтерҙе, кәртәләрен дә буяп ҡуйҙы.
“Был изге эштә сүп-сар түгеү өсөн тракторҙы “Түкән” хужалығы бирһә, сабыу эштәрен трактор менән Рафаэль Бикмөхәмәтов башҡарҙы. Кәртәләргә буяуҙы ауыл советы хакимиәте алды. Үҙҙәренә сауап алып мәңгелек йортобоҙҙа өмә башҡарыуҙа ярҙам иткән ошо ике хужалыҡҡа, Түкән, Свобода ауылдары халҡына, шулай уҡ ауылыбыҙ аҡһаҡалы Ғәфүр Ҡаҙаҡбаевҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бындай изге эштән баҡыйлыҡҡа күскән туғандарыбыҙҙың рухтары ҡыуаныр. Артабан да ауыл халҡы берҙәм булып, изге эштәрҙе бергәләп башҡарырға яҙһын”, - ти Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова.