Все новости
Общие статьи
17 Июля 2018, 11:44

“ЙӘШӘҮ МӘҒӘНӘҺЕ – ҒАИЛӘ”

Йәшләй генә ҡауышып, матур итеп ғүмер көткән, һоҡланғыс балалар үҫтергән парҙар күңелдә һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Улар тормоштоң әсе-сөсөһөн бергә үтеп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла бергә кисергән. Яманһары ауылында йәшәүсе Рауил менән Минжиһан Йәмиловтарҙы ла бына шул парҙар рәтенә индерергә була.

Йәшләй генә ҡауышып, матур итеп ғүмер көткән, һоҡланғыс балалар үҫтергән парҙар күңелдә һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Улар тормоштоң әсе-сөсөһөн бергә үтеп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла бергә кисергән. Яманһары ауылында йәшәүсе Рауил менән Минжиһан Йәмиловтарҙы ла бына шул парҙар рәтенә индерергә була.

- Үҙем Күгәрсен районыныҡымын. 1975 йылда Салауат педагогия колледжын тамамлағас, өс йылға юллама менән Яманһарыға эшкә ебәрҙеләр. Ауыл миңә килгәс тә оҡшаны, халыҡ та үҙемде йылы ҡабул итте. Юллама буйынса килгән өс йылымды тултырып, мәктәптә белем биргәндән һуң, ауылыма ҡайтып китергә йөрөгәнемдә,ошо ауыл егете Рауил, мин дә һеҙгә барам, тип эйәрҙе лә барҙы. Атай-әсәйем менән танышып, никах уҡытҡас, Яманһарыла төпләнергә тура килде, - ти Минжиһан апай.

Шулай яңы ғаилә булып йәшәп китә Йәмиловтар. Ғаилә башлығы Рауил Сәғит улы алдынғы, тырыш тракторсы була. Бригадир һөнәрен дә бик уңышлы башҡара, тимерлектә лә эшләп өлгөрә ул. Аварияға эләккәндән һуң, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ауыл клубына мөдир булып эшкә сыға, тынғыһыҙ хужа бының менән генә сикләнмәй, үҙен фермер булараҡ та һынап ҡарай. Өй хужабикәһе Минжиһан апай, һөнәренә тоғро ҡалып, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. “Эшемде ныҡ яраттым, 38 йыл уҡыусыларға белем биргәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла эшләнем. Хатта ял көндәрендә лә эшемде һағынып өлгөрә инем”, - ти тәжрибәле уҡытыусы.

Икеһе лә бала йәнле ир менән ҡатын Фаягөл исемле ҡыҙ һәм Венер менән Илмир исемле улдар үҫтерәләр. Балалары ла ата-әсәһе кеүек эшһөйәр, маҡсатлы булып үҫәләр. Һәр береһе юғары белем алып, үҙ ғаиләһен ҡороп Күмертауҙа ғүмер итәләр. Бөгөн Йәмиловтар олатай-өләсәй булыу бәхетен дә кисерәләр. “4 ейәнебеҙ, 1 ейәнсәребеҙ бар. Алла бирһә, оҙаҡламай тағы бер бәләкәсебеҙ донъя күрәсәк”, - тип шатлана Йәмиловтар ғаиләһе. Балалары ла күңелдәрҙе йылытҡан тыуған йортҡа ашҡынып ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙам итеп торалар. Бигерәк тә байрам көндәрендә барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән өй гөр килеп тора.

- Ғүмер тигәнең аҡҡан һыуҙан да шәберәк икән ул. Шуға ла Хоҙай биргән бер көнөңдө лә бушҡа әрәм итергә ярамай. Йәшәүҙең төп мәғәнәһе ул ғаилә, - тип һүҙебеҙгә ҡушылды Рауил ағай. Минжиһан Ғайса ҡыҙы ла: «Үҙ тормошома бер ҙә үкенмәйем. Ныҡлы терәк булған тормош иптәшем менән үҙебеҙҙе хөрмәт иткән балаларыбыҙ бар, ғүмер буйы яратҡан эшеңдә эшләү ҙә үҙе бер бәхет ул. Әсәйем миңә “Ҡатын-ҡыҙ теле татылдаһа, ир-аттың ҡулы таҡылдай”, - ти торғайны. Ғаилә ныҡлығы кеше һүҙенә ҡарамауҙа, үҙ-ара татыу булыуҙа. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ ҙа үҙ тормоштарынан ҡәнәғәт, улар бәхетле булғас, беҙ икеләтә бәхетле”, - ти.

Дүрт тиҫтә йыл йәшәгән Йәмиловтар ғаиләһе бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы ҡарауҙары менән һоҡландырҙы беҙҙе. Тормош көтөү – йылға кисеү түгел, ғүмерҙең шатлыҡлы ла, борсоулы ла мәлдәрен бергәләп үткәреү – оло бәхеттең үҙелер. Рауил менән Минжиһан Йәмиловтарға алдағы ғүмерҙәрендә лә бер-береһенә терәк булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Читайте нас: