Все новости
Общие статьи
7 Августа 2018, 11:00

«УҠЫНЫМ ДА УҠЫНЫМ»

Аҡһары ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Зөлфирә Йосоп ҡыҙы Күсәрбаева ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Аҡһары ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Зөлфирә Йосоп ҡыҙы Күсәрбаева ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләй.


Тәүҙә Аҡһары башланғыс мәктәбендә белем алып, Морапталда уҡыуын тамамлаған Зөлфирә Күсәрбаева тыуған ауылында кескәйҙәргә белем бирә башлай. Күп тә үтмәй уға яңы асылған балалар баҡсаһы етәксеһе вазифаһын йөкмәтәләр. Шулай итеп мәктәпте яңы ғына тамамлаған йәш ҡыҙ үҙенең хеҙмәт юлын башлап та ебәрә. Артабан ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала, Өфө ҡалаһында педагогия училищеһында уҡыта башлай. «Бында эшләгән саҡта бик күп яҡташтарыма уҡырға керергә ярҙам иттем», - тип хәтерләй Зөлфирә Күсәрбаева. Йәш, дәртле ҡыҙ уҡытыу эшенән ҡырҡа боролош яһап, 1979 йылда Өфө аэропортына эшкә барырға ҡарар итә. Тәүҙә кассир ғына булып урынлашһа ла, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем барып етә ул. Эшләгән дәүерендә һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләй. «Уҡыным да уҡыным. Авиация буйынса ла күп уҡыттылар, БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ла белем алдым. Аэропортта эшләүсе берҙән-бер башҡорт булдым, тиһәм дә яңылыш булмаҫ.
Элек Сибай, Аҡъяр, Йылайыр яҡтарына АН-2 самолеты оса ине. Унда ултырып китеү өсөн үлеш була торғайны. Самолетҡа 12 кеше генә һыя. Кешеләр китә алмай, аэропортта ҡунып яталар ине, хатта. Хаҡлы ялға тиклем ошо аэропортта хеҙмәт иттем. Эшемде ныҡ яраттым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр ваҡыт үҙебеҙҙең милләт кешеләренә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыштым, күптәрҙе эшкә урынлашырға булыштым. Быйыл миңә 65, ә Рәсәй аэрофлотына 85 йәш тула», - тип һөйләй Зөлфирә апай үҙенең яратҡан эше хаҡында.
«Тыуған яҡтар һәр ваҡыт һағындыра, һәр саҡ үҙенә тартып ҡына тора. Аҡһарыла берҙән-бер апайым йәшәй. Йыл да уның янына ҡайтып йөрөйөм. Райондаштарыма ла ярҙам итергә тырышам. Кинйә Арыҫланов музейының фондын булдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәттем. Бик күп йылдар Көйөргәҙе районы яҡташтар ойошмаһының рәйесе булып торам. Әле хаҡлы ялда булһам да, тик ятмайым, был эшемде дауам итәм.
Үҙемдең яҡташтарым Марат Аҙнабаев, Ғәлим Хисамов, Иршат Аҫылғужин менән аралашып, бергә-бергә эшләйбеҙ. Сирләп киткән яҡташтарым да күп ваҡыт миңә киләләр. Уларға ла ҡулымдан килгәнсе ярҙам иткән булам. Был ваҡытта инде күбеһенсә билдәле травматолог, яҡташым Әхтәм Фәйзуллинға ла мөрәжәғәт итергә тура килә. Шулай итеп Өфөлә үҙемдең яҡташтар менән бергә, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, гөрләп йәшәп ятҡан булабыҙ. Беҙҙең заман балалары шулай өйрәнгән бит инде. Беҙ Алла хаҡына ярҙам итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә хәҙер күптәр аҡса ҡолона әүерелде. «Аҡса булһа, аҡса түләһәң», - тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә һуңғы ваҡытта. Бөтә нәмәне аҡса менән генә иҫәпләйҙәр», - ти Зөлфирә Күсәрбаева.
Зөлфирә Йосоп ҡыҙын оло юбилейы менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм алдағы тормошо ла шулай бәхеттә-шатлыҡта, иҫәнлектә-һаулыҡта гөрләп барһын, тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: