«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
«Уралсиб» банкы ағымдағы йылдың 27 майынан 6 йылға вклад асҡан граждандар өсөн ипотека кредиты буйынса ставканы йылына 5,5% билдәләргә хәл итте (элек 6% ине). Биш йылға иҫәпләнгән вкладтар өсөн — йылына 6% (элек 7% ине)», — тип белдерҙе Башҡортостандың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү буйынса дирекция етәксеһе Евгений Декатов.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин фекеренсә, бындай үҙгәрештәр ипотека ставкаһын кәметеү йәһәтенән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын һәм «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым булып тора.