Все новости
Общие статьи
6 Сентября 2019, 11:06

Берҙәмлек кәрәк

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы был аҙнала, шаршабы көндө, йыйылып һөйләшеп алды. Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова йыл буйы башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Артабан көндәлек мәшәҡәттәргә туҡталдылар, алдағы айҙарға, кәңәшләшеп, эш планы төҙөнөләр.

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы был аҙнала, шаршабы көндө, йыйылып һөйләшеп алды. Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова йыл буйы башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Артабан көндәлек мәшәҡәттәргә туҡталдылар, алдағы айҙарға, кәңәшләшеп, эш планы төҙөнөләр. «Юшатыр» гәзите буйынса ла һүҙ булды. Элегерәк, Сергей Афонин ҡала хакимиәте башлығы сағында, башҡорт гәзите Күмертауҙа ике-өс тапҡырға күберәк тираж йыя ине, хәҙер хәлдәр кире яҡҡа үҙгәрҙе, яңы башлыҡ менән осрашҡанда, ошо теманы ла күтәрергә булдылар. Ҡала һәм районды бергә ҡушһаң, барлығы 60 мең тирәһе башҡорт йәшәй, ә «Юшатыр»ҙың тиражы ошо халыҡтың 1,5 %-ын ғына тәшкил итә, тип уфтаныусылар ҙа табылды.

Ҡала ҡоролтайынан ҡайһы бер кешеләр ағзалыҡтан сыҡты (мәҫәлән, Б. Беляев, Р. Ғөбәйҙуллина), улар урынына яңылары кәрәк. Йүнле, дәртле кешене ҡайҙан табырға? Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы үҙ зарын да әйтеп алды: берәй сара үткәрергә булһа, ныҡ ҡыйын, тегенән һорайым ҡоймаҡ-бәлеш бешереп килтерегеҙ тип, бынан инәләм, берҙәмерәк булайыҡ әле, ҡоролтай ағзалары, тине ул. Юғиһә, тирмәне ҡороп, өҫтәлде әҙерләп бөткәс, кемдер килә лә, янда тороп фотоға төшә лә ҡайта ла китә.

Күмертауҙа «Йәйләү» лагеры ойошторорға кәрәк тигән тәҡдим булды, Ағинәйҙәрҙең зональ семинарын үткәрергә тип тә теләк белдерҙеләр. Ҡыҫҡаһы, тәҡдимдәр, идеялар күп булды. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн фиҙаҡәрлек һәм берҙәмлек кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килде ҡоролтай ағзалары.
Читайте нас: