Июнь айында уҡ республика башлығы әрләгәйне: Башҡортостанда һыу инергә яраҡлы урындар ни бары 80-ләп кенә, был ни эш, һәр районда пляждар тиҫтәләп булырға тейеш.
Башлыҡ әйтеү менән эш ҡуҙғалды. Шул иҫәптән беҙҙә лә. Аҙна башында район хакимиәтендә ошо турала һөйләшеү булды. Һәммәһе алты ауыл башлығы ҡатнашты, тик уларҙың һәр береһендә пляждар асыу ҡатмарлы әлегә. Шуға киләһе йылға өс ауыл биләмәһендә һыу инеү урындарын заманса итеп эшләргә тигән план барлыҡҡа килде: Мораптал, Отрада, Шәбағыш силсәүиттәрендә. Береһе Аҡһары һыуһаҡлағысында, икенсеһе Ҡуянышта, өсөнсөһө Күмертауҙың яңы быуаһы тип аталған һыу ятҡылығында (был быуа Күмертауҙыҡы түгел, уны әле кемдер арендаға алған). Пляж була тип әйтеүе генә анһат, бер пляж эшләү хаҡы 350-400 мең һумға барып баҫа. Кәмә, жилеттар, янғынға ҡаршы ҡорамалдар, бәҙрәф, сүп һауыттары һ.б. Артабан пляжды эшләтеү өсөн дә сығымдар кәрәк буласаҡ, ҡотҡарыусы, йыйыштырыусы, фельдшерҙар бушҡа эшләмәйәсәк. Мәҫәлән, һыу инеү сезоны осоронда эшләгән 3 ҡотҡарыусы, 1 фельдшер, 1 ҡарауылсы һәм 1 йыйыштырыусының эш хаҡы фонды 700 мең самаһы буласаҡ (барыһы ла минималь эш хаҡы аласаҡ). Әле өҫтә яҙылған өс быуаның ерҙәрен тейешенсә теркәүгә әҙерләнәләр, артабан улар һатыуға сығарыла, теләүсе кеше табылһа был ерҙәрҙе алып, пляждар асып ебәрәсәк. Был сама эштәр башҡарылғас, пляжға килгән кешене, әлбиттә, бында буш керетмәҫтәр, хаҡтары күпме булыр, хужа үҙе хәл итер, күрәһең.
Арбаңды ҡыш әҙерлә, тигәндәр, был пляждар менән дә ошо хәл: йәйгә йыраҡ тиһәң дә, ул килә лә етә, өтөп ҡояш ҡыҙҙырып, рәхәтләнеп һыу инер ваҡытта Көйөргәҙе районында бар уңайлыҡтары булған пляждар барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ.