Все новости
Общие статьи
6 Декабря 2019, 13:20

БАР УЛ СИФАТ

Беҙ һәр саҡ барыһынан да сифат талап итәбеҙ, юлдар сифатлы булһын, алған тауар, ашаған ризыҡ та сифатлы булһын...

Беҙ һәр саҡ барыһынан да сифат талап итәбеҙ, юлдар сифатлы булһын, алған тауар, ашаған ризыҡ та сифатлы булһын...
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығында сифат көнө уңайынан ҙур сара ойошторолған. Унда беҙҙең Күмертау психоневрологик интернатына Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары конкурсы сиктәрендә диплом биргәндәр. Был интернатта социаль-көнкүреш хеҙмәте яҡшы күрһәтелә икән. Бына был ҡыуаныслы яңылыҡ, хәҙерге заманда сифат юҡ бер ҡайҙа ла, тип зарланабыҙ, матурлап ҡараһаң, бар ул сифат, психоневрологик интернат быға асыҡ миҫал.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: