Все новости
Общие статьи
6 Декабря 2019, 14:15

Башҡортостанда Яңы йыл байрамы осоронда ҡайҙа барырға

Декабрь башы – Яңы йыл байрамы хаҡында уйлай башлау өсөн иң ҡулай мәл. Ул тотош ғаиләнең иҫендә ҡалырлыҡ булырға тейеш. Ә быны нисек ғәмәлгә ашырыуҙы һәр кем үҙенсә хәл итә.

Башҡортостанда Яңы йыл байрамы осоронда ҡайҙа барырға
Декабрь башы – Яңы йыл байрамы хаҡында уйлай башлау өсөн иң ҡулай мәл. Ул тотош ғаиләнең иҫендә ҡалырлыҡ булырға тейеш. Ә быны нисек ғәмәлгә ашырыуҙы һәр кем үҙенсә хәл итә.
Өфөнө барып күреү
Яңы йыл байрамы осоронда Өфө таҙа, күңелле, балҡып янған уттары менән үҙенә йәлеп итеп торған ҡалаға әйләнә. Быйылғы Яңы йылдың үҙенсәлекле яңылыҡтары ла бар. Мәҫәлән, боҙ ҡаласыҡтарына ингән урындарға итальян компанияһы эшләгән иллюминация паннолары ҡуйыласаҡ. Ә Салауат Юлаев майҙанында республиканың иң бейек шыршыһы (32 метр) урын аласаҡ. Ул йәйғор төҫтәрендә балҡып янасаҡ һәм ҡала халҡын бер нисә телдә Яңы йыл менән ҡотлаясаҡ.
Байрам осоронда баш ҡалала ҡыҙыҡлы саралар – бушлай концерттар, шыршы майҙансыҡтарында уйындар, Ҡарһылыуҙар парады (3 ғинуарҙа Совет майҙанынан Ҡунаҡһарайға тиклем; республиканың башҡа төбәктәренән килгән ҡатнашыусыларға ҡала буйынса экскурсия һәм мәҙәни саралар ҡаралған), ат егелгән саналар парады (4 ғинуарҙа, Ҡашҡаҙан паркында), Раштыуа осрашыуҙары үтәсәк.
Яңы йыл байрамы осоронда музейҙар эшләйәсәк! Милли музейға (Совет урамы, 14) барырға тәҡдим итәбеҙ. Ундағы ҡомартҡылар араһында Салауат Юлаевтың ҡылысы ла бар. Шулай уҡ “Минең Рәсәй” тарихи паркына (Менделеев урамы, 158) барырға мөмкин. Ул – үткән дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә тиклем ил һәм республика тарихы менән таныштырған заманса ҙур интерактив музей.
Яңы йыл – әйберҙәрҙе арзан хаҡҡа һатыу өсөн матур сәбәп. Был осорҙа кейем-һалымды, техниканы, көнкүреш тауарҙарын ташлама менән һатып алырға мөмкин. Әйткәндәй, һәр сауҙа комплексында акция һәм ташламалы хаҡҡа һатыуҙан тыш, балалар өсөн күңел асыу программалары ҡаралған.
Әгәр Өфөлә туҡтарға урынығыҙ булмаһа, ҡуртымға фатир алырға мөмкин. Мәҫәлән, быны киң таралған booking.com һәм airbnb.ru сервистары аша эшләп була. Улар һәр төрлө мутлашыусы әҙәмдәрҙән, аҡсағыҙҙы елгә осороуҙан аралар. Баш ҡалала уртаса кимәлдәге фатирҙы бер төнгә ҡуртымға алыу 1300-2000 һум тора.
Саңғыла елеп кенә
Башҡортостанға тау саңғыһы менән шыуырға барлыҡ күрше төбәктәрҙән, хатта Мәскәүҙән дә киләләр. Был йәһәттән беҙҙә һайлау ҙур. Өфөнөң үҙендә генә ике комплекс – «Олимпик Парк» һәм «Аҡ Йорт» бар. Бынан тыш Белорет янында «Морат» һәм «Абҙаҡ», Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл буйында «Металлург-Магнитогорск», Ҡандракүл буйында шул уҡ исемдәге, Нуриман районында «Павловка паркы» һәм «Красный ключ», Янғантауҙа «Бөркөт» комплекстары билдәлелек яулаған. Уларҙың барыһы ла Яңы йыл каникулы осоронда ялһыҙ эшләйәсәк.
Тау саңғыһы комплекстары – ул тау һәм күтәрелгес кенә түгел, хатта шыуа белмәгәндәр ҙә бында ғаиләһе менән килеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайта ала. Билет алып, фуникулерҙа тауға күтәрелеп, тирә-яҡты байҡап, саф тау һауаһын һулап төшөргә мөмкин (кире төшөү бушлай). Абҙаҡта, мәҫәлән, аквапарк һәм зоопарк бар, ә ҡунаҡханала көн һайын күңелле дискотекалар ойошторола.
Әгәр бик тә ныҡ шыуырға теләһәгеҙ, әммә әлегә был шөғөлдө белмәһәгеҙ, борсолмағыҙ: һәр ерҙә башлап шыуыусылар өсөн бәләкәй таусыҡтар бар, ә ҡорамалдарҙы прокатҡа алырға мөмкин. Тулы комплекс тәүлегенә яҡынса ике мең һум тирәһе тора.
Матур урындарҙы барып күрегеҙ
Аҙна ярымлыҡ ял – ғаилә менән машинала, автобуста йәки электричкала тыуған республикабыҙҙың хозур мөйөштәре менән танышыу өсөн яҡшы сәбәп ул. Беҙ һеҙҙең иғтибарға өс маршрут тәҡдим итәбеҙ (ысынында, улар бик күп). Тулы исемлек менән туризм-рб.рф сайтында танышырға мөмкин.
– Рәсәйҙә беренсе геопарк булған «Янғантау» күптән түгел ЮНЕСКО селтәренә индерелде. Бында Мәсетле тау киҫелешен ҡарарға мөмкин: ун метр самаһы асылған тауҙа ун миллион йыл дауамында барлыҡҡа килгән тау ҡатламдары асыҡ күренә. Шулай уҡ Салауат Юлаев музейын (был ерҙәр – милли батырҙың тыуған төйәге), шифалы Ҡорғаҙаҡ сығанағын, боронғо Георгий Победоносец сиркәүен дә күрмәй китмәгеҙ.
– Ғүмер буйы Башҡортостанда йәшәп тә, Шүлгәнташ мәмерйәһен күрмәгән булһағыҙ, бик үкенесле. Ул Урал тауҙарындағы иң ҙур, күп ҡатлы карст мәмерйәһе һанала, бында тәүтормош кешеһенең эҙҙәре һаҡланған. Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән ҡанатлы ат – Аҡбуҙат скульптураһы асыласаҡ. Район үҙәгенән мәмерйәгә барған юл буйында ҡасандыр хром табылған шахталарҙы ҡарарға мөмкин, тик алдан уларҙың урынын ерле халыҡтан һорашығыҙ. Мәмерйә Бөрйән районында урынлашҡан. Иң тәүҙә район үҙәге Иҫке Собханғол ауылына барырға кәрәк, артабан юл күрһәткестәр буласаҡ.
Торатау ҙа тиҙҙән геопарк тип иғлан ителәсәк, ә әлегә ул – бөтә донъяға билдәле археология ҡомартҡыһы һәм үҙенсәлекле геология объекты. 300 миллион йыл элек бында диңгеҙ булған, ә шихандар – ҡоро ергә сығарылған рифтарҙың бер өлөшө. Археологтар был урында боронғо кешеләрҙең эҙҙәрен тапты, биологтар һирәк осраған һәм «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән 42 төрлө үҫемлек барлығын билдәләне. Шихан Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары араһында урынлашҡан.
Миҙгел күңелле үтһен!
Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән бер ҡайҙа ла бара алмаһағыҙ йәки йөрөргә теләмәһәгеҙ, һис тә ҡайғырмағыҙ, байрам көндәрен һәр ҡала һәм район күңелле итеп ойошторасаҡ.
2 ғинуарҙан 6-һына тиклем мәктәптәрҙәге барлыҡ спорт залдары һәм майҙансыҡтары эшләйәсәк, уларҙа «Ғаилә Яңы йыл уйындары-2020» фестивале үтәсәк.
2-8 ғинуар арауығында мәҙәниәт йорттарында балалар һәм өлкәндәр өсөн спектаклдәр һәм театрлаштырылған тамашалар күрһәтеләсәк, республика театрҙары ла район һәм ҡалаларға гастролдәргә сығасаҡ.
Әлегә барлыҡ сараларҙың тулы исемлеге төҙөлөү, тулыланыу өҫтөндә. Ул 20 декабргә әҙер буласаҡ һәм «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайтында (kulturarb.ru) «Календарь 2020» бүлегендә ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: