Күмертау ҡалаһы архивы үҙҙәренең коллекцияларын даими рәүештә туплап тора. Уларға был эштә ҡала халҡы ла оло ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә Миңлегөл Әлмөхәмәт ҡыҙы Ғәйнетдинова ла «Тарихты бергәләп һаҡлайыҡ» акцияһында ҡатнашты һәм үҙенең ғаилә архивында һаҡланған 13 фотоһүрәтте Күмертау архивына бүләк итте. Шулай уҡ ул шәхси сығанаҡтағы документтарын да муниципаль һаҡлауға тапшырҙы.