Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары өсөн “Заманса йәмғиәттә терроризм идеологияһы: киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрендә профилактика һорауҙары” тигән семинар ойошторолдо. Унда республиканың төрлө матбуғат вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа төрлө белгестәр сығыш яһаны. Бигерәк тә әлеге заманда киң файҙаланыған социаль селтәрҙәге мәғлүәттәрҙең әһәмиәте тураһында һүҙ барҙы. Дондағы Ростов ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, терроризмға һәм экстремизмға мәғлүмәти яҡтан ҡаршы тороу милли үҙәгенең фәнни хеҙмәткәре Кира Дружинаның сығышы фәһемле булды.