Ҡар яуыуы ғәйеплеме, тағы нимәлерме, ҡалала авариялар күбәйҙе. Иң фажиғәлеһе – үткән шәмбе кис 9 йәшлек баланы бәрҙереү булды. Водитель иҫерек булған (бында ҡарға һылтаныу-алйотлоҡ), ти шаһиттар. Тротуарға сығып, өс ҡыҙҙы бәргәндән һуң (ҡалған икәүһе әллә ни зарар күрмәгән, Аллаға шөкөр) хатта ҡасырға маташҡан икән. Ә өсөнсөһө дауаханала ине, әле аңына килгән.
Күптәр, аҡсалы кеше булғас, язаһыҙ ҡотолор был, тип фараз итә. Беренсе тапҡыр Аҡһары ауылы янында ҡасандыр кемделер бәрҙергән булған, шул бәләнән дә еңел ҡотолған, йәнәһе. Нисек булһа ла, хоҡуҡ һаҡсылары был осраҡта ғәҙел булыр, тип ышанабыҙ (аҡса ҡолдары ғына йәшәгән илме ни беҙ?), хәҙер иң мөһиме - бала һаулығы, барыһы ла һинең яҡшы булһын, сабый, һиңә әле йәшәргә лә йәшәргә.
Был ваҡиғаға бәйле, Күмертауға БСТ каналынан да килделәр. Ул арала бисара баланың ата-әсәләре исеменән интернетта яҙҙылар: беҙ был рулдә булған иҫерек ирҙе ғәфү итәбеҙ. Килеп ғәфү үтенделәр, аҡсалата ярҙам булыр тинеләр, тигәндәр. Күңел киң булыуы һәйбәт, дошмандарҙы гел ғәфү итергә кәрәк тиҙәр, шулай ҙа был осраҡта өҙөп кенә нимә әйтергә лә белеп булмай - хөкөм итмә, һине лә хөкөм итмәҫтәр тигән һүҙҙәр иҫкә төшә, икенсе яҡтан нисек инде бындай әҙәмде кисерәһең тигән уй ҙа тынғы бирмәй. Төрлө уйҙар уйлайһың да, эстән генә доғалар уҡыйһың: бала ҡайғылары күрһәтмә, Хоҙай.