Хөрмәтле көйөргәҙеләр! Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә ағымдағы йылдың 9 декабрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 18 сәғәткә тиклем БР Ер һәм мөлкәт министрлығының Көйөргәҙе районы комитеты тура бәйләнеш ойоштора. Һорауҙарығыҙ булһа, белгестәргә 8(34757) 6-11-63, 8(34757)6-11-47 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Комитет рәйесе Марина Сычева коррупцияға ҡағылышлы һорауҙары булған граждандарҙы Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 6-сы һанлы йорт адресы буйынса ҡабул итәсәк. (13.00 сәғәттән 14.00-гә ҡәҙәре төшкө тәнәфес).