Все новости
Общие статьи
6 Декабря 2019, 13:05

ҮҘ ҒӘЙЕБЕН ТАНЫЙ

Күмертау район-ара суды яңыраҡ Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 65 йәшлек иргә ҡарата ҡарар сығарҙы.

Күмертау район-ара суды яңыраҡ Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 65 йәшлек иргә ҡарата ҡарар сығарҙы.
Был ир быйыл үҙенең кейәүҙәре һәм ейәндәре менән бергә балыҡтан ҡайтып килгәндә Өфө-Ырымбур юлының 285-се километрында алда китеп барған машинаны уҙып үтмәксе була. Уҙырға тип сыҡҡас та ҡаршыһына елеп килгән автомобиль осрай. Бәрелештән ҡасам тип, рулдәге ир машинаһын кире үҙ полосаһына бора, әммә унда урын булмай, ахры ул йәнә ҡаршы полосаға сыға һәм ҡаршыға килгән «ДЕУ НЕКСИЯ» машинаһы менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә «ДЕУ НЕКСИЯ» руле артында ултырған күп балалы ата, инвалид бала ла тәрбиәләгән ир үлә. Уның пассажирҙары - 25 һәм 29 йәшлек йәш кешеләр ауыр йәрәхәт ала. Бәрелешкә сәбәпсе булған ир үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Суд уны 1,6 йылға колония-ауылға ебәрергә тигән ҡарар ҡабул итә. Быныһынан тыш, уға 2,6 йыл дауамында транспорт менән идара итергә ярамаясаҡ һәм мораль зыян өсөн 900 000 һум күләмендә аҡса түләргә тейеш була.
Район прокуратураһы
Читайте нас: