Все новости
Общие статьи
10 Декабря 2019, 00:55

Алтын ҡуллы оҫталар

5-8 декабрҙә Өфөнөң ВДНХ-Экспо майҙансығында VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар”күргәҙмә-фестивале үтте.

5-8 декабрҙә Өфөнөң ВДНХ-Экспо майҙансығында VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар”күргәҙмә-фестивале үтте. Экспозицияла республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан оҫта һөнәрселәр ҡатнашты. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән алты тиҫтәгә яҡын ҡунаҡтар алдында республикабыҙҙың фольклор һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны, дефиле, башҡорт кухняһы дегустацияһы ла ойошторолдо. Ҡунаҡтарға биҙәүестәр, һауыт-һаба, кейем-һалым, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар һәм сувенирҙар тәҡдим ителде. Шулай уҡ, «Йыл һөнәрсеһе», «Йәш һөнәрсе», «Алтын ҡуллы оҫта», «Башҡорт шәле» конкурстары ла уҙғарылды. Сара барышында беренсе тапҡыр «Һөнәр мәктәбе» эшләне. Унда йөҙгә яҡын оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, һәр кем үҙенә кәрәкле дәрестәр алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Был күргәҙмәлә беҙҙең районыбыҙ оҫтабикәләре лә ҡатнашты. Төрлө һындар, фигураларҙан эшләнгән күргәҙмә менән Коченов А.Г., ҡул эштәре менән Петрова О.А., ҡулдан эшләнгән картиналары менән Әхтәмова Ф.Г ҡатнашты.
“Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестиваль сиктәрендә “Башҡорт шәле” XII фестиваль конкурсы ла ойошторолдо. Унда көйөргәҙеләрҙең дә шәлдәре күҙҙең яуын алып торҙо. Бәйге йомғаҡтары буйынса Вәсилә Ғәббәсова (Кинйәбай ауылы) «Иң яҡшы селтәрле шәл өсөн» лауреат дипломы, Гүзәлиә Сәғитова (Кинйәбай ауылы) «Иң яҡшы мамыҡ шәл өсөн» лауреат дипломы менән бүләкләнделәр. Шулай уҡ Мәҙинә Әлибаева (Мәмбәтҡол ауылы), Фирҙәүес Абдуллина (Кинйәбай ауылы) һәм Ғилминур Һөйәрембәтова «Башҡорт мамыҡ шәле бәйләү аша халыҡ йолаларын үҫтереүҙәре һәм юғары оҫталыҡтары өсөн” дипломдар менән бүләкләнделәр. Районыбыҙ оҫталары командаһы республика буйынса 2-се урынға лайыҡ булдылар, ҡотлайбыҙ!
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: