Все новости
Общие статьи
10 Декабря 2019, 00:25

Хеҙмәт батырҙары менән таныштыҡ

Иң етеҙ, иң шуҡ, уҡыуҙа һәм спортта алдынғы, күпте белергә тырышҡан уҡыусыларым менән Ялсыҡай ауылына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Иң етеҙ, иң шуҡ, уҡыуҙа һәм спортта алдынғы, күпте белергә тырышҡан уҡыусыларым менән Ялсыҡай ауылына сәйәхәт ҡылдыҡ. Бәләкәй генә был ауыл илебеҙгә Дан орденының тулы кавалеры Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улын, әҙәбиәтебеҙгә апалы-һеңлеле бик талантлы ике шағирәне – Миңлөгөл Хисамова һәм Зөһрә Ҡотлогилдинаны бүләк иткәнен балалар белә ине. Шулай уҡ Ялсыҡайҙа Социалистик хеҙмәт Геройы йәшәүен дә һөйләгәнем булды, ә бына Шәүәли бабай Вахитовты барып күрергә форсат теймәйерәк торғайны.
Шулай итеп, бишенсе класс уҡыусылары менән Ялсыҡайға юлландыҡ. Уҡыусылар алдан әҙерләнделәр, әлбиттә: шиғырҙар ятланылар, йырҙар өйрәнделәр, хатта, белгән бейеүҙәрен дә ҡабатланылар.
Беренсе туҡталышыбыҙ Х. Хөсәйенов урамы булды. Герой тураһында белгәндәребеҙҙе бер-беребеҙгә һөйләй-һөйләй, уға арналған банер янында иҫтәлеккә фотоға төшөп, Хөрмәт бабай кеүек илен яратҡан патриоттар булырға, тигән маҡсаттар ҡуйып, артабан атланыҡ.
Киләһе туҡталышыбыҙ – Социалистик хеҙмәт Геройы, әллә күпме ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы Вахитов Шәүәли Мөхәммәт улының өйө. Бабай тормош юлы, эшләгән йылдары тураһында һөйләне, хатта, йырлап ишеттерҙе. Балаларҙың һорауына ла ихлас яуап бирҙе. Уҡыусылар Шәүәли бабайға йырлап та, бейеп тә күрһәттеләр, үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткаларын да бүләк иттеләр. Бабай балаларҙың сығыштарын бик йылы ҡабул итте, ҡул сабып дәртләндереп ултырырға ла онотманы. Шәүәли олатай өсөн килгән ҡунаҡтар араһында уның бүләсәре Роксананың булыуы икеләтә һөйөнөслө булғандыр.
Ялсыҡайҙа Шәүәли бабайҙың бер туған һылыуы, Ленин ордены менән бүләкләнеүсе Йыһаншина Ғәтиә Мәхәммәт ҡыҙы йәшәй. Ул да абзыһы һымаҡ уҡ йәшләй һыйыр һауып хеҙмәт юлын башлаған. Уҡыусыларым менән Ғәтиә инәйгә лә барып еттек. Инәй эшләгән саҡтарында булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләне, балаларҙың йырҙарын тыңланы, үҙе лә матур итеп йырлап ишеттерҙе, уҡыусыларҙың бәләкәй генә бүләгенә лә шатланды. “Балалар, тырышып уҡығыҙ, белем алығыҙ!”- тип оҙатты Ғәтиә инәй.
Бына шундай моң яратҡан хеҙмәт батырҙары менән танышты уҡыусылар был юлы. Ағалы-һылыулы Шәүәли бабай һәм Ғәтиә инәйҙән үҙҙәре өсөн бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алып таралышты балалар. Бөгөнгө геройҙар тураһында һөйләшә-һөйләшә, күстәнәс итеп биргән кәнфиттәрҙе һура-һура ҡайтырға сыҡтыҡ.
Айгөл ГУРЬЯНОВА,
Зәк-Ишмәт ауылының башҡорт теле уҡытыусыһы
Читайте нас: